Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
11 Декабрь 2025, 15:45

Ике мең дә егерме алты...

#Һаҡмар_конкурс Гөлдәр әбей (Гөлдәр Калимуллина) ҙә үҙенең теләктәрен еткерергә ашыға.   

Ике мең дә егерме алты...
Ике мең дә егерме алты...
Ике мең дә егерме алты,
Ат йылы, килә ергә.
Киләһе йыл теүәллектә
Үткәрһәк ине бергә.
 
Милләттәр йыллығы булһын
Аралар татыу булһын.
Һәр икеһе иҫән булһын
Һуғыштар ғына бөтһөн.
 
Улдарыбыҙ яу ҡырынан
Иҫән һау ғына ҡайтһын.
Алты ағзаһы теүәл булһын
Йән сәләмәтлеге бирһен.
 
Һәммәбеҙгә уңыш-һаулыҡ,
Түбә туҡлығы бирһен.
Бала ҡайғыһы бирмәһен
Бәхетле ғүмер килһен.
 
Йылҡы малы ирек һөйә
Киң далаларҙы иңләй.
Баймаҡ егеттәре иһә
Яу ҡырында дан яулай.
 
Аттар күндәм, аттар һөйрәй,
Сәмләнеп ярышалар.
Волонтерҙар яугирҙәргә
Ярҙамдан тырышалар.
 
Һәммәһе ихлас ебәрә
Ауыҙҙарынан өҙөп.
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ
Рәхмәтебеҙҙе теҙеп.
 
Яңы йылда яҙһын ине
Яу бөткәнен күрергә.
Ҡыуаныстан яңғыратып
Бер кешәнәп көлөргә.
 
Яңы йылды ҡаршылағыҙ
Тулы өҫтәлдәр менән.
Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен
Бары шатлыҡтар менән.
 
Талашмаһын, татыу булһын
Өйөрҙөң айғырҙары.
Тай-тулаҡтай ҡыуанһындар
Егеттең ҡыйғырҙары.
 
Йыһан тыныслығы бирһен
Ерҙә тыныслыҡ булһын.
Һауа ярып самолеттар
Имен-һау ғына осһон.
 
Әбей-бабай теләктәрҙә
Фатихаларҙа булһын.
Ҡыш бабайҙың күстәнәсен
Балалар ауыҙ итһен.
Аминь, тик шулай булһын.
Гөлдәр әбей.
Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас