Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
10 Декабрь 2025, 10:17

Өр Яңы йыл килә беҙгә

#Һаҡмар_конкурс Өр Яңы йыл килә беҙгә, Аҡбуҙ ҡанатын ҡағып. Илдәр буйлап гиҙеп килә, Ҡыңғырауҙарын тағып.  Эй, Яңы йыл, килһәң ине Тыныс таңдарың менән. Еңеү килһен Ер йөҙөнә, Ап-аҡ ҡарҙары менән.  Ғәҙелбай ауылы килене Нүрсилә Ҡасҡынова сығышы менән Ғафури районынан. Сираттағы конкурсантыбыҙҙы лайктар менән дәртләндереп ебәрәйек, хөрмәтле төркөмдәштәр. 

Өр Яңы йыл килә беҙгә
Өр Яңы йыл килә беҙгә

Өр Яңы йыл килә беҙгә,
Аҡбуҙ ҡанатын ҡағып.
Илдәр буйлап гиҙеп килә,
Ҡыңғырауҙарын тағып.

Эй, Яңы йыл, килһәң ине
Тыныс таңдарың менән.
Еңеү килһен Ер йөҙөнә,
Ап-аҡ ҡарҙары менән.

Кәрәк түгел алтын -көмөш,
Кәрәкмәй бейек үрҙәр,
Кәрәк , көткән әсәләргә,
Яуҙағы ғәзиз улынан,
"Мин иҫән!"-тигән һүҙҙәр.

"Балаҡайым, ҡайттыңмы?!"-тип,
Ҡаршы сыҡһа ине һәр Әсә.
Йылы ҡосағына алып,
Ҡыуаныстан йөҙө нур сәсһен.

Атай тиеп талпынып,
Ҡаршы югерһен бала.
"Йәнем!"- тиеп ҡосһон һөйгәне---
Бар халҡымдың теләге.

Яҙмайым тик был юлдарҙы,
Ниндәйҙер маҡтау өсөн.
Яҙамын мин теләгемдән
МӨҒЖИЗӘ тыуһын өсөн!

Ҡулдарымды күккә һоноп, 🤲🤲🤲
Һорайым мин Аллаһтан.
Теләктәрем ҡабул ҡылһын,🤲🤲🤲
Иманым камил булһын.
🤲🤲🤲
Күҙҙәремдән йәштәр тама,😥
Шатлыҡ йәштәре булһын.
Был донъяла һәр бер кеше,
Бәхетлеләрҙән булһын!!!

Нүрсилә Ҡасҡынова,

Ғәҙелбай ауылы.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас