Көтөп алған байрамыбыҙ,
Яңы йыл етә беҙгә.
Иң оло теләктаремде
Еткерамен мин һеҙгә.
Йылҡы йылы алып килһен,
Бәхет, ҡыуаныс, шатлык
Бөтә емеш-еләк уңһын
Кисермәйек беҙ ҡытлыҡ.
Куп кеше ғумерен алған
Ҡәһәр һуғыш туҡтаһын.
Яуҙа һәләк булғандар,
Тыныс ҡына йоҡлаһын.
Ҡан ҡойош, үлтерештәр,
Илебеҙҙә булмаһын.
Бөтә халыҡ татыу йәшәп,
Атыр таңға ҡыуанһын.
Наркотик, эскелектәр
Көсәйгән һәр бер ерҙә.
Бирешмәйек беҙ уға,
Баҫмайыҡ насар юлға.
Яңы йылда бар теләктәр,
Ысын тормошҡа ашһын.
Яуҙан яугирҙарыбыҙ,
Еңеуҙәр яулап ҡайтһын.
Яҡшы хәбәр менан тулһын,
"Һаҡмар" гәзит биттәре.
Уҡыған дуҫтарыбыҙҙың,
Аҡланһын өмөттәре.
Йылҡы йылын ҡаршылайыҡ,
Өмөт, ышаныс менән.
Аяҙ күгебеҙ йөҙөндә,
Тыныслыҡ булһын гелән.
Төрлө яңылыҡтарҙы
"Һаҡмар" уҡып беләбеҙ.
Оҙон ғумер, аҡ бәхеттәр,
Имен тормош теләйбеҙ.