Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
19 Декабрь 2019, 12:05

Ҡыш бабайҙы көткән түҙемһеҙ малаймын

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Ниғәмәт урта мәктәбенең 6-cы класс уҡыусыһы Ғәббәсов Рәил.#Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡ

Хөрмәтле Ҡыш бабай!
Мин Ниғәмәт урта мәктәбенең 6-cы класс уҡыусыһы Ғәббәсов Рәил Раян улы булам. Яңы йылды, Ҡыш бабайҙы көтөп йөрөгән түҙемһеҙ малайҙарҙың береһе мин. Ҡыш бабай, мин һеҙҙең мәңгелек боҙҙар, ҡарҙар илендә, ейәнсәрегеҙ Ҡарһылыу апай менән йәшәгәнегеҙҙе беләм.
Мин һеҙҙең яғымлы, көләс йөҙлө, йомарт, мыҡты кәүҙәле икәнегеҙҙе лә беләм. Һеҙҙе үҙемдең олатайыма оҡшаған Һымаҡ күҙ алдыма килтерәм, ә ейәнсәрегеҙ Ҡарһылыу апай минең иң яратҡан Зөбәржәт инәйем кеүектер тип уйлайым. Сибәр ҡатын-ҡыҙҙар бер ишерәк була бит инде.
Хәҙерге көндә мин яҡшы уҡырға, бәләкәй генә булһа ла изгелектәр эшләп йәшәргә тырышам. Үҫеп еткәс изгелекле, ярҙамсыл ир-егет булырға ниәтләнәм. Алла бирһә әрмегә лә барып, донъя күреп, күп егеттәр менән дуҫлашып ҡайтырмын. Киләсәктә эре-эре мал ҡуралары төҙөп, йылҡылар, һыйырҙар үрсетеп, бик күп төрлө техникалар алып, мул итеп мал аҙығы әҙерләп, тыуған еремде байыҡтырырға өлөш индерәсәкмен.
Хөрмәтле Ҡыш бабай, мин ул тиклем ҙур бүләк һорамайым, өләсәйем бүләктең ҙуры, бәләкәйе булмай, бүләктең исеме оло, ти. Ә бына тылсымлы таяғығыҙҙы биреп торһағыҙ инде, иң беренсе араҡыларҙы, наркотиктарҙы бөтөрөр инем, балалар йорто бөтөнләй булмаҫ ине. Уларҙы эсмәгән ата-әсәләре алып ҡайтып китер ине. Ҡарттар йортондағы олатай-өләсәйҙәрҙе ғаиләләренә таратып бирер инем. Улар көлөшөп кенә өйҙәрендә тәмлекәстәр менән самауырҙан сәй эсеп ултырырҙар ине. Яман рак ауырыуын еңеп сығырлыҡ көслө дарыу табыр инем Сөнки мине, ҡустым менән һеңлемде етем ҡалдырып, ҡәҙерле атайым йәшләй генә шул ҡурҡыныс сирҙән мәрхүм булды.
Тылсымлы таяҡтан тағы ла үҙемдең оялсанлығымды бөтөртөр инем. Мин сит кешеләрҙән шул тиклем тартынам, ҡайһы бер ваҡыт сәләм бирергә лә оялып үтеп китәм.
Хөрмәтле Ҡыш бабай, әлегә һеҙҙең менән хушлашам. Һеҙҙе Яңы йылда көтөп ҡалам. Йәнлектәрҙе, Ҡарһылыу апайҙы һәм кескәй сысҡанды алып байрамға килеп етегеҙ.
Һеҙҙе һағынып көтөп ҡалыусы Ғәббәсов Рәил.
Читайте нас: