Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
19 Декабрь 2019, 00:05

Ҡыш бабай Әхмәт хәҙрәт түгелме икән?

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Һаҡмар мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Фәнис Бәҙретдинов. #Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡ

Хөрмәтле Ҡыш бабай! Беҙ һеҙҙең бар икәнегеҙгә ышанабыҙ. Яңы йыл байрамдарын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Мәңгелек ҡар илендә йәшәгәнегеҙҙе лә беләбеҙ. Әлегә тиклем үҙегеҙҙе күргәнебеҙ юҡ. Ғәҙәттә шыршы байрамдарында гел өлкәндәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу апай булып кейенәләр. Мин һеҙҙе йомарт, аҡыллы, шат күңелле һәм әлбиттә балаларҙы ныҡ яратҡан бабайҙыр тип күҙ алдына килтерәм. Мәсетебеҙҙә аҙан тауышы ишетелһә, Ҡыш бабай Әхмәт хәҙрәт түгелме икән тип тә уйлап ҡуям. Сөнки ул да бит бик яғымлы кеше, тап булһа ҡул биреп күрешеп, хәлдәрҙе белешеп китә. Ҡул биреп күрешеү изгелек билдәһе тей өләсәйем. Сөнки ус эсендә "Аллаһ" исеме яҙылған була ти. Ҡыш бабай бик изге күңелле кеше бит инде, ана, Ер йөҙөн ап-аҡ ҡарҙар менән нисек кенә ябып ҡуйҙы. Шуға күрә мин дә бик йыйнаҡ булырға тырышам, кейемдәремде бөхтә тотам, уҡыу кәрәк яраҡтарымда таҙа, тәртипле. Класс етәксебеҙ Зөлфиә Хәмзә ҡыҙын асыуландырмаҫҡа тырышабыҙ. Ул да бит беҙҙең күңелдәребеҙгә изгелек орлоҡтары һала.
Ауылымда ҙур үҙгәрештәр күрермен тип уйлайым. Алама кәртә ҡуралары туҙып бөткән иҫке өйҙәр бөтөнләй булмаһа ине. Улар урынына өр яңы өйҙәр ҡалҡып сыҡһа ине. Ауылым әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултырһа ине. Әгәр ҙә, хөрмәтле Ҡыш бабай, тылсымлы таяғығыҙҙы биреп торһағыҙ, иң беренсе араҡыларҙы бөтөрөр инем. Эскән кешеләрҙе бөтөнләй яратмайым. Үҙемдең атайымдың эсеп иҫереп йөрөгәнен күргәнем юҡ, бүтәндәрҙеке лә эсмәһен ине. Шунан инде, бер мөғжизәле баҡса булдырыр инем. Унда бөтөнләй ят емештәр үҫтерер инем. Шифалы шишмәләр ағып ятыр ине. Шунан балыҡтары мыжғып торған күл булдырыр инем. Уны кешеләр ау менән һөҙмәҫтәр, ә ҡармаҡлап ҡына ултырырҙар ине. Ҡыҫҡаһы, изге күңелле булып гел изгелектәр эшләр инем. Тылсымлы таяҡҡа бик өмөт итмәйем, минән башҡа малайҙар ҙа күп бит, таяҡты барыһына ла биреп тороп булмайҙыр. Әйтеп үтелгән эштәрҙе үҫкәс башҡарып сығырға тырышырмын.
Әлегә һау булыр тороғоҙ, Яңы йылда һеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ҡарһылыу апай һәм бик күп йәнлектәрегеҙ менән кескәй сысҡанды ла ҡалдырмай килеп етегеҙ. Быйылғы Яңы йыл беҙгә бигерәк тә ҡәҙерле, сөнки минең әсәйем берҙән-берем Сысҡан йылында тыуған. Күп сәләмдәр менән Фәнис.
Читайте нас: