Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
19 Декабрь 2019, 18:05

Атайыбыҙҙы һағынабыҙ

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! 2-се мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Нурислам Сәйетов.#Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡ

Һаумыһығыҙ Ҡыш бабай!

Һеҙгә хат яҙа Нурислам һәм ҡустым Ғәҙел. Ҡустым бәләкәй әле, яҙа ла белмәй. Шуға ла миңә яҙ, тине. Миңә – 6, ә ҡустыма 4 кенә йәш. Мин Баймаҡтың 2-се мәктәбендә уҡып йөрөйөм. Уҡыу үҙемә бик оҡшай. Шуға ла тырышып уҡыйым. Мәктәптә дуҫтарым да күп.

Ғаиләлә беҙ дүртәү: атай, әсәй, мин, ҡустым. Беҙ һеҙҙе йыл һайын һағынып көтәбеҙ. Беҙ ҡустыбыҙ менән быйыл да үҙебеҙҙе яҡшы тоттоҡ. Ата-әсәйҙе тыңлап йөрөнөк. Тырышып уҡыным. Шуға ла Ҡыш бабай быйыл да һинән бүләктәр көтөп ҡалабыҙ. Ҡустым уйынсыҡ машина көтә, ә мин ноутбук тураһында хыялланам. Яңы йылға шуны бүләк итә алһаң, беҙ бик бәхетле булыр инек.

Әгәр ҙә миң Яңы йыл төнөндә тылсымлы таяҡ килеп эләкһә, мин теләр инем Яңы йылда бар теләктәр үтәлһен, тип. Ерҙә тик шатлыҡ-ҡыуаныс булһын, бөтә балалар бәхетле булһын. Ә үҙебеҙгә теләр инем беҙҙең ҙур өйөбөҙ булыуын. Сөнки беҙ әле бәләкәй генә өйҙә йәшәйбеҙ. Атайыбыҙ алыҫта, ҡырҙа эшләй. Күп итеп аҡса эшләгәс өй төҙөйөм ти. Әгәр ҙә мин тылсымлы таяҡтан өй теләһәм, атайыбыҙ беҙҙең менән гел бергә булыр ине. Атай эштә булғанда беҙ уны бик ныҡ һағынабыҙ. Ҡустым илап та ала.

Тик тылсымлы таяҡ булмай шул... Ҡыш бабай һеҙҙе ҡунаҡҡа көтөп ҡалабыҙ.

Алдан уҡ ҙур рәхмәт!

Нурислам һәм Ғәҙел Сәйетовтар.

Читайте нас: