Төш күреп ятам икән тей: "Ҡап-ҡараңғы, бер тауыш тын юҡ, эй, ҡурҡыныс, һыуыҡ, ҡыш, декабрь аҙағы! Шул мәлдә апайымдың әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө: "Яңы йыл - ул мөғжизәләр мәле! Ошо кистәрҙә ысын күңелдән, саф нийәт менән теләһәң һәр теләк тормошҡа аша" - тине бит әле.
Тәәк, беренсе теләгем ҡояш нурын күреү, шул мәл күҙҙәремде йылы нур, яҡтылыҡ ҡытыҡлағандай булды... Был ҡояш нуры ине! Әгәр ҡояш һымаҡ донъялағы бер, ҡәҙерлем -әсәкәйем янымда булһа ине. Шул саҡ аҡ фәрештәләй әсәйем бар йылылығы менән мине ҡосағына алды. Тәнемдән йылы йүгерзе, йәнемә шул тиклем рәхәт. Ашарға берәй азыҡ булһа ине тип уйлап та өлгөрмәнем, яңы ғына мейестә бешкән икмәк менән йылыкай һөт алдымда килеп сыҡты. Тәмләп ашап алдым. Бына барыһы ла якшы, мин бәхетле!"
Шул саҡ уянып киттем, әллә өнмө, әллә төшмө, әкиәтме, ысынмы?! Урынымдан тормай озаҡ уйланып яттым. Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй икән, бары тик кайтыр йылы өйөң, ашар аҙығың, һөйөклө әсәйең, туғандарың булып, һау-сәләмәт булыуға шул етә икән.
Ҡәзерле Ҡыш бабай, шаян, яраткан бабай, быйылға һинән һорар теләктәрем шул: барлыҡ туғандарыма, дуҫтарыма, миңә киләһе мөғжизәле һанлы 2020 йыл тик яңы яуған ҡарҙай ак бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, башлаған эштәрҙә уңыштар йылмайыуын, Ағизел йылғаһындай оҙон ғүмер, теләгән теләктәр тормошка ашып Яңы йыл яңы таныштар, уңыштар алып килеүен көтәм. Һине, Ҡыш бабай, беҙ йыл буйына түземһеҙләнеп көтәбеҙ, иң ҡәҙерле, яратҡан, берҙән-бер, алмаштырғыһыҙ дуҫыбыҙ, олатайыбыҙ һин! Ҡарһылыу апайҙы ла эйәрт инде. Түҙемһеҙләнеп, һағынып көткән Айгүзәл ҡызың.