Мин Инзилә булам. Үҙем менән ҡыҫҡаса таныштырып үтәйем. Миңә 9 йәш, Күгиҙел мәктәбендәт 3-сө класта уҡыйым. Уҡыуҙа тик 4-ле һәм 5-ле билдәләренә генә өлгәшәм.
Мин бик ҡыҙыҡһыныусан, мәктәптә үткән бер саранан да ситтә ҡалмайым. Ул йырлау булһынмы, ул бейеүме, сәхнә ярыштарымы -- һәр ҡайһыһында ҡатнашырға тырышам. Әсәйем гәзиттәге иғланды уҡып сыҡҡандан һуң, ҡатнашып ҡарайһыңмы, тигән һорау бирҙе. Шунда уҡ шатланып риза булдым.
Минең тормошҡа ашырырға теләгән хыялдарым күп. Улар -- мәктәпте алтын миҙалға бөтөрөргә, һәйбәт уҡыу йортонда уҡып сығыу... һәм дә сит илдәрҙә сәйәхәт итеү.
Әгәр инде көтөп алған Яңы йыл төнөндә минең ҡулыма теләктәрҙе тормошҡа ашыра торған тылсымлы таяҡ килеп эләкһә, мин ошоларҙы эшләр инем:
* бөтөн Ер шарындағы вулкан, цунами, торнадо, тайфун, һыу баҫыуҙарын юҡҡа сығарыр инем;
* урмандарҙы ҡырҡыуҙы туҡтатыр инем. Уларҙы элекке йәшел, ҡуйы хәленә ҡайтарыр инем. Йылға-күлдәрҙе ҡороуынан һаҡлар инем. Элекке кеүек тулы һыулы балыҡтар менән тулып торһон ине.
* шулай уҡ мин урман-ҡырҙағы йәнлектәрҙе йәлләйем. Урман һирәгәйгәс аҙыҡ табыуҙары уларға бик ҡыйын. Ашарға эҙләп ауыл ерҙәренә киләләр. Шунлыҡтан браконьерҙарҙан да бик күп ҡырылалар.
Тылсымлы таяғым булһа мин йәнлектәргә йәшәргә уңайлы булған мөхит тыуҙырыр инем.
Донъяла һуғыштар булдырмаҫ инем. Бар кеше татыу, дуҫ булырҙар ине. Балалар ололарҙы, ололар балаларҙы хөрмәт итеп йәшәрҙәр ине. Кешеләр бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫ ине. Ярлы, байҙар булмаҫ ине, барыһы ла бер тигеҙ булырҙар ине.
Донъяла булған ауырыуҙарҙы дауалай торған дарыу уйлап табыр инем. Ауырыу-һыҙлауҙар бөтөр ине, сабыйҙарҙың һыҙланыуҙан күҙ йәштәре түгелмәҫ ине.
Йәшәгән еребеҙ таҙа, сүп-сарһыҙ, һауабыҙ таҙа, эскән һыуыбыҙ шифалы булһа, һәр бер кеше йылмайып, шат-бәхетле, оҙон ғүмерле булырҙар ине.
Тик тылсымлы таяҡ әкиәттә генә була шул. Уныһы бигерәк үкенесле. Шулай ҙа бит ошоларҙы эшләргә кешенең үҙенең дә ҡулынан килә. Хәҙерге ваҡыт менән йәшәп, үҙеңде генә уйларға ярамай. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең киләсәген уйлар кәрәк. Тәбиғәтте, ер-һыуыбыҙҙы, ҡош-ҡорт, йәнлектәрҙе һаҡлап, ата-бабаларыбыҙ беҙгә нисек ҡалдырған, шулай итеп киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.