Мөғжизәгә килә ышанғым...
Минең тылсымлы таяғым булһа,донъя буйлап сәйәхәткә сығыр инем.Һәр бер илдең үҙенә генә хас матурлығы,ғөрөф-ғәҙәттәре,йолалары бар.Төрлө боронғо, тарихи урындар менән танышыр инем. Ер шарының ете мөғжизәһе:Хеопс пирамидаһы,Семириаданың аҫылма баҡсаһы,Олимпиялағы Зевс статуяһы,Артемида храмы,Галикарнаст мавзолейы,Родос статуяһы һәм Александр маяғын үҙ күҙҙәрем менән күргем килә.
Мөғжизәгә генә ышанып,ултырып булмай. Беҙ, ғаиләбеҙ, менән каникулдарҙа ҡыш,яҙ булһынмы,йәй, йә көҙ тип тормай районыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә сығабыҙ.Көн торошо ниндәй булыуы ла беҙгә ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Башҡортостандың ете мөғжизәһенә инеүсе Салауат Юлаев һәйкәле,ҡурай, «Урал батыр» эпосы,Шүлгән мәмерйәһе,бал менән таныш булһам,Янғантауҙы,Красноусол минерал сығанағын барып күреү ҡалды.Талҡаҫ, Граф күлдәрендә һыу инеү, ҡояшта ҡыҙыныу,Ғәҙелша шарлауығы,Шүлгән,Мораҙым мәмерйәләренә сәйәхәт тә күңелдә һаман яҡшы хәтирәләр һаҡлай.Күрә белһәң, үҙебеҙҙә лә матур урындар,тәбиғәт күренештәре,тауҙар, йылға-күлдәр бик күп.Хыялымда тағы ошо күргәндәрем буйынса күңелдә барлыҡҡа килгән шиғырҙарҙы,йырҙарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп,баҫтырып сығарыу.
Ҡайҙа ғына булһаҡ та, тирә-яҡтың сүр-сарға тулыуына йән әрней.Ял итеүселәр үҙҙәренең артынан йыйыштырмай китеүҙәре насар,әлбиттә.Тәбиғәтте беҙ һаҡламаһаҡ,кем һаҡлаһын.Шуның өсөн тәбиғәткә сығыусылар,сәйәхәтселәр уға ҡарата иғтибарлы,ихтирамлы булыуын теләр инем.Янғындар сыҡһынмы, ағастар ҡороһонмо,ҡоштар,йәнлектәр ҡырылһынмы,кешелектең был хатаһын тәбиғәт-әсәбеҙ ғәфү итмәйәсәк.Йылғаларҙың йәйге эҫегә ҡороуын тәбиғәт-әсәбеҙҙең иҫкәртеүе тип ҡабул итәйек.Киләсәгебеҙҙе бөгөндән ҡайғыртмаһаҡ,киләһе быуынға беҙҙән һуң нимә ҡалыр?
Сәйәхәткә алып барыусы ата-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен.Беҙҙең ғаиләбеҙ бик татыу,дуҫ.Ҡустым Рәмил менән икебеҙ тип өҙөлөп тороуҙары,беҙҙең бала сағыбыҙҙы шундай бәхетле итергә тырышыуҙары, башҡа ғаиләләргә өлгө булырлыҡ.Бәхетле бала саҡты бөтә балаларға ла теләр инем.Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ата-әсәйемде яҡшы уҡыуыбыҙ,мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулауыбыҙ менән ҡыуандырабыҙ.Уларға сәләмәтлек теләп,тормошобоҙҙоң йәме булып оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.Алда беҙҙе тағы ла күңелле сәйхәттәр көтһөн.Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл барамы менән ҡотлайым!Именлек,аяҙ күк йөҙө,бәхетле,шат балалар тауышы яңғырап торһон!Кешелектең бер-береһенә,тәбиғәткә ҡарата миһырбанлы булыуын теләйем!
Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең VII класс уҡыусыһы.
Етәксеһе: Хәмитова Миңзәлә Тәфтизан ҡыҙы.