Мин Үҙәнбаева Алһыу исемле ҡыҙ булам. Ата-әсәйемдең бишенсе балаһы мин. Рима һәм Сөләймән Үҙәнбаевтарҙың матур, татыу, иманлы ғаиләһендә тыуыуым менән бәхетлемен. Эйе, кеше донъяға үҙ йондоҙо, үҙ бәхете менән тыуа. Оло хаҡлыҡ ошо һүҙҙәрҙә.
Бына бөгөн дә атайымдың аҙан тауышына уянып киттем дә, йылы юрған эсенән сығырға теләмәй, бер күҙемде генә асып ҡараным да, кире йомдом. Ниндәй рәхәт үҙ өйөмдә, үҙ еремдә, үҙ илемдә йәшәүе! Минән дә бәхетле бала юҡтыр кеүек ошо минуттарҙа. Сөнки минең ата-әсәйем, бер ағайым, өс апайым бар. Улар мине бик яраталар, мин дә уларҙы шулай уҡ яратам. Бәлки мине улар һаман да бәләкәй тип уйлайҙарҙыр, ә мин инде етенсе синыфта уҡыйым. “4” һәм “5” билдәләренә генә
Ғүмәр ауылынан Ярат урта мәктәбенә йөрөп уҡыған 60 бала араһында мин дә бар. Беҙҙе автобус алып йөрөй. Ауылыбыҙ мәктәбе бик иҫке һәм бәләкәй генә булғас, ябып ҡуйҙылар. Клуб та юҡ беҙҙә. Балалар баҡсаһы ғына эшләп тора.
Ә беҙ бирешмәйбеҙ, мәктәптә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Әле үткән аҙнала ғына Йомаш ауылына баскетбол ярышына барып, II урын алып өлгәшәм.ҡайттыҡ. Хәҙер волейболға әҙерләнәбеҙ.
Бына тиҙҙән Яңы йыл етә... Әгәр ҙә минең ҡулыма тылсымлы таяҡ килеп эләкһә, нимә эшләр инем икән? Бер түгел өс теләгемде тормошҡа ашырыр инем, сөнки тылсымлы таяҡтың тылсымы өскә тиклем була бит.
Иң беренсе теләгем – тирә-яҡ мөхитте ҡыйҙан таҙартыу. Тәбиғәттең, ер-һыуҙың бысраныуын күреп минең йәнем әсей. Кешеләрҙең битарафлығын күреп иҫем китә.
Сүп-сарҙы урманға, йылға буйҙарына алып барып ауҙарған ағай-олатайҙар нимә уйлай икән? Уларҙың да балалары, ейән-ейәнсәрҙәре үҫә бит. Ауыл эргәһендәге урмандарҙы аяуһыҙ ҡырҡалар, шул арҡала йылғалар йылдан-йыл ҡорой. Киләсәк быуындарға ни ҡала?! Ҡайҙа ҡарама шыптыр пакеттар, пластик шешәләр... Ҡый йыйыусы машина килеүгә беҙ ғаиләбеҙ менән һыу буйынан тоҡ-тоҡ сүп-сар йыйып алабыҙ. Тик улар бөтөрлөк түгел. Шуның өсөн Баймаҡта ҡый сортировкалау заводын тылсымлы таяғымды беренсе һелтәүҙә үк төҙөп ултыртыр инем. Бының яҡшы яҡтарын халыҡҡа ла аңлатыр инем.
Тылсымлы таяғымды икенсе һелтәүҙә ауылдаштарыма йылына бер килгән Яңы йыл байрамын матур итеп үткәреү өсөн бер мәҙәни усаҡ ҡалҡып сығыр ине. Бына күпме йылдар инде беҙҙә был байрам урамда үтә. Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ бик дәртле, әүҙем беҙҙә. Төрлө-төрлө костюмдарҙа олоһо ла, кесеһе лә күңел аса. Ләкин ҡышҡы һалҡында тышта күпме йөрөйһөң инде.
Өсөнсө теләгем – бөтә балалар ҙа ата-әсәле, һау-сәләмәт булһындар ине. Киләсәк быуындарыбыҙ иманлы булһын өсөн эскелек тигән яуызды төбө-тамыры менән ҡоротор инем!
Эй, Яңы йыл, ил башлыҡтарына ла, район башлыҡтарына ла, ололарыбыҙға ла, балаларға ла һаулыҡ, зирәк аҡыл, бәхет, тәүфиҡ алып кил! Ил-йортобоҙ имен булһын! Хыялдарым тормошҡа ашһын! Амин!
Ярат урта мәктәбенең 7 синыф уҡыусыһы Үҙәнбаева Алһыу.