Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
7 Декабрь 2019, 18:05

Оло өйгә ней кәрәк, кесе өйгә лә шул кәрәк

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Ниғәмәт урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Иҫәнбаева Нәзилә Наил ҡыҙы. #Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡ

Тылсымлы таяҡ эйәһе булһам, нимә эшләр инем икән мин… Илем кимәлендәге нәмәләрҙе эшләүҙе мин ауылымдан башлар инем. Ауылым шул оло илдең бер өлөшө бит. Өләсәйем әйтмешләй: оло өйгә ней кәрәк, кесе өйгә лә шул кәрәк.
Туғаным Әҙилә менән һөйләшкәйнек, ул ней бөтә үҙе йәшәгән яҡты үҙгәртергә теләй. Мин улай үҙгәрттермәҫ инем. Йәлләйем. Һәр береһе үҙе теләгәнсә матур итеп йорт төҙөгән. Беҙҙең ауылыбыҙ матур бит ул. Уның урамдары төҙ, таҙа, өйҙәр тәрбиәле. Шулай ҙа тылсымлы таяҡ эйәһе булһам, иң беренсе бөтә мохтаждарға ярҙам итергә ҡушыр инем. Бөтә атайҙарҙы эшле итергә лә бойорорға онотмаҫ инем. Ҡайһы бер дуҫтарымдың аталары ситкә йөрөп, өйө өсөн аҡса эшлә. Зыян булмаҫ бит, бөтәһе лә балалары менән бергә генә йәшәп, ауылында ғына эшләп йөрөһә. Тылсымлы таяғыма шулай ҙа иң беренсе ҙур бойороҡто шулай тип бирер инем: “ Минең теләгемде башҡарыусы икәнһең, әйҙә бөтөр ауылыбыҙҙа бөтә эсеп йөрөгән кешеләрҙе. Улар эсеүҙән туҡтаһындар, аҡыллыға әйләнеп, матур итеп йәшәһендәр”.
Ауылыбыҙҙы бөтәһе лә ярата, уны тағы ла нығыраҡ яратырлыҡ ит, тип ошондай эштәр эшләргә ҡушыр инем: ауыллыбыҙҙа ике урынға бәләкәй генә булһа ла ял паркы төҙө, бөтә ауыл кешеләре уйнап ял итерлек спорт майҙансығы төҙө. Урамдарҙағы асфальтты төҙәтеп, һалынмаған еренә лә асфальт һал; урам ситтәрендә йәйәүле кешеләр өсөн уңайлы асфальт юлдарҙы ла онотма, тип әйтер инем. Һәр өй янындағы бағаналарға лампочкалар ҡуйҙыртыр инем дә Таулы йылғаһының күперен, уға илткән юлды ике яғынан да матурлаттырыр инем. Унан Һаҡмар туғайындағы майҙандың тирә – яғын ағастар ултырттырып үҫтерттерер инем. Ауыл төнөн дә көндөҙгө кеүек яҡтырып торһа, мин тылсымлы таяғыма рәхмәтле булыр инем.
Мин уҡыған мәктәптең стенаһына 1978 тигән цифрҙар яҙылғн . Уҡытыусынан һорағайным, ул төҙөлгән йылы булып сыҡты. Шулай булғас, тылсымлы таяғымдан мәктәпте әллә ҡайҙан йәм бирерлек итеп яңынан ремон яһатып ҡуйҙыртырға ла онотмаҫ инем. Баймаҡтағы интернат кеүек биҙәлһен, тип бойорор инем. Тағын бер нәмәне онота яҙғанмын. Ҡышҡыһын балалар саңғы менән әллә ҡайҙа алыҫҡа сығып йөрөмәһен өсөн, йылға буйында , тигеҙ ерҙә саңғы юлы эшләттерер инем. Йәйгеһен дә уны спорт менән шөғөлләнерлек бер ыҡсым майҙан итеп эшләттерергә лә ономаҫ инем. Йәйгеһен оло- оло егеттәр нимә эшләргә белмәй йөрөгәнсе, әйҙә шунда туп типһендәр, футболсылар булырҙар. Шулай ҙа мин тылсымлы таяғымдан мәктәпкә саңғы һымаҡ спорт кәрәк- яраҡтары менән бергә, бейеү костюмдары ла алдыртыр инем. Тағы бер нәмәне лә онота яҙғанмын. Бөтә йылға буйҙарында ағастар үҫеп китерлек шарттар тыуҙырырға ҡушыр инем.
Иң мөһиме- әле йәшәгән ауылдағы кешеләрҙең бөтәһен дә аҡыллы, ә уҡыусыларҙа белем алыуға тырыш кешеләр итергә, тип әйтергә лә онотмаҫ инем.
Тылсымлы таяғыма тағы тәбиғәттәге күренештәр менән етәкселек итергә ҡушһам, бар кеше ҡыуаныр ине: ваҡытында ямғыр, ҡар яуһын, мәле еткәс кенә
ҡырау төшһөн, бурандар ҡаты булмаһын, юлдарҙа авариялар туҡтаһын. Кешеләргә сабыр, изгелеклелек бир, тип бойорор инем.
…Тик серле таяҡ булмаҫ шул, бына шуныһы ҡыҙғаныс, ә булһа, валлаһи, башта әйткәндәремде эшләтер инем…
Ниғәмәт урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Иҫәнбаева Нәзилә Наил ҡыҙы.
Читайте нас: