Нимә эшләр инем һуң?... Беҙҙең кеүек бәләкәстәргә хыял донъяһына инер өсөн, уның серле асҡысын ҡулға алыр өсөн, алғас ниндәйҙер эштәр эшләр өсөн, олонан да олораҡ һорау ҡуйылған икән, тип уйланым. Нимә эшләр инем мин ҡулымда серле таяҡ булһа? Илдә ниндәйҙер эштәр башҡарыу өсөн, бөтә илдең нисек йәшәүен, эшләүен, йәшәү шартын да белеү кәрәк бит- ҡулымдан килмәҫ.
Мин был эште иң беренсе үҙем йәшәгән территориянан башлар инем, тип уйлайым. Әкиәттә генә бөтәһе лә тиҙ башҡарыла, ә бына тормошта улай түгел шул. Беҙ ҡаланың көньяҡ биҫтәһенә күсеп килгәнебеҙгә инде алты-ете йыл. Шулай ҙа ҡаланың был биҫтәһе күҙгә күренеп, йылдам матурайҙы, тип әйтмәҫ инем. Мин ҡулымда тылсымлы таяҡ булһа, иң беренсе бөтә урамдарға ла асфальт түшәтер инем. “ Минең бойороҡ менән, халҡым теләге менән шуны тиҙ арала башҡар!”-тигән фарманды башлап бирер инем. Икенсе эшләтергә теләгән уйым: 5-енсе һанлы мәктәп янына ял паркы эшләтеп, эргәһенә ҡыш хоккей уйнарлыҡ, йәй башҡа төрлө спорт менән шөғөлләнерлек асыҡ һауала спорт майҙансығы эшләтер инем. Теләктәрем үтә күп. Һәр урамға ла балалар ял ваҡыттарында уйнарлыҡ майҙансыҡтар эшләргә бойорор инем. Шулар менән бергә энергияны әҙ ала торған яҡтыртҡыстарҙы һәр бағанаға ҡуйырға ла, яҡтырыу менән үҙенән- үҙе һүнерлек итергә лә фарман бирергә онотмаҫ инем. Бының өсөн тылсымлы таяғым булмаһа, күп сығымдар китә бит, ә минең тылсымлы таяғым аҡыллы буласаҡ. Өфөлә мин “Ете ҡыҙ” фонтанын күргән инем, ә ул ете ҡыҙ легегдаһы, әсәйем һөйләүе буйынса, беҙҙең районда сыҡҡан легенда. Мин шулай уйлап ҡуйҙым: ниңә шул фонтанды беҙҙең көньяҡ биҫтәлә эшләтмәҫкә.Серле таяғыма был мөғжизәне лә башҡарырға ҡушыр инем. Шулай итергә бөтә уңайлы шарттар бар. Ҡаланың был өлөшө яңы төҙөлә- йәш . Беҙ күсеп килгәндә, эшләнеп бөткән, һәм кеше йәшәгән бер нисә генә өй бар ине, ә хәҙер ҙур бер ҡаласыҡ барлыҡҡа килде. Уны таҙа тотоу хәстәрлеген күреүҙә лә серле таяғыма мөрәжәғәт итер инем. Әйҙә уңайлы һәм таҙа ҡала ит, ҡыйҙы йый ҙа уны тейешле кимәлдә эшкәртеүгә ҡулайлама төҙө, тигән фарманды ла онотмаҫ инем. Ҡала урамдарында һәр ике яҡлап йәйәүле йөрөрлөк юлдар һалырға ҡушыр инем дә, шулар янында күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерер урындар әҙерләтер инем. Бының барыһын эшләү өсөн байтаҡ йылдар китер ине, ә серле таяҡ… Үҙегеҙ ҙә әкиәттән уның көсөн беләһегеҙ. Был яҡ биҫтәгә мин тағы ҡала үҙәгендәге “ Баһадир” кеүек спорт менән шөғөлләнерлек бина, ә эргәһенә йөҙөү майҙансығымы эшләтер инем. Хыялдарым минең ҙур. Был турала мин бер нисә тапҡыр инша яҙып
конкурста ла ҡатнашҡаным бар.Тылсымлы таяғымдан юл ситтәренә бордюрҙарҙы ла эшләтергә онотмаҫ инем.
Шулай ҙа мин тылсымлы таяғыма һәр етәксене аҡыллы ит, ғәҙеллекте яҡлар кеше булһын, тигән бойороҡ бирергә лә онотмаҫ инем. Эшләгән кешене, яҡшы уҡығанды күрә белһен, эште лә эшләтә алырлыҡ оҫта булһын, тигән теләгемде лә еткерер инем.
…Күҙ алдына килтерәм: матур сәскәле аллея буйлап ял итергә паркка барам. Ялдан һуң спорт майҙансығында шөғөлләнәм, ә уна һуң ҡайтып, урамыбыҙ янындағы балалар майҙансығында уйнайым. Өй буйҙарындағы матур сәскә түтәлдәре, ваҡ сауҡалар күңелгә дәрт бирә. Тик тағы бер нәмәне онотҡанмын. Тылсымлы таяғымдан тиҙ арала ғына поликлиника, кинотеатр, йәки ҡала үҙәгендәге кеүек мәҙәниәт йорто төҙөттөрәм. Был биҫтәлә “ Магнит” йә “Монетка” кеүек магазиндар селтәре лә халыҡҡа бик кәрәк. Уны ла тиҙ арала ғына төҙөттөрөр инем.
Шулай ҙа хыялдарым күп тә, ҙур ҙа. Тик мин тылсымлы таяғымды үҙем генә теләгәнсе генә ҡулланмай, атай - әсәй менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙең район етәксеһенә тапшырыр инем. Әйҙә оло һәм аҡыллы кеше бит. У л бойороп матур фармандар менән беҙҙе көньяҡ биҫтәне матурлаһын. Теләге булһа, әйҙә бөтә районды шулай гөл сәскәле йәмле бер төйәк итһен!
Мырҙағалина Әҙилә Илфат ҡыҙы,
Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 5-се класс уҡыусыһы.