Донъялағы һәр кеше яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Бына шул өмөт сатҡыһы йәшәтә лә инде ул кешене. Иң тәүҙә үҙеңә, үҙеңдең көсөңә ышаныс булырға тейеш, шунан китә – алға ҡуйылған маҡсат. Әгәр ҙә әҙәм балаһы ғүмере буйына тырышып эшләһә, ҡуйылған һәр маҡсатына ирешеп барһа, уға был донъяла йәшәү - үҙе бер ләззәт булып торасаҡ.
Кеше киләсәк тураһында уйлай икән, ул башта ғаилә ҡороп ебәрә. Бала тыуыу – һәр ғаилә өсөн ҙур бәхет. Иртән башланған һәр эш, һәр уйланған изге уй – шул сабый хаҡына бит ул. Ғаилә башында торған кешенең етди бурысы барлыҡҡа килә. Хәҙер бөтә ғүмерҙең йәшәү маҡсаты булып шул мөхәббәт емеше тора. Ата-әсә бөтә булған наҙын, йылыһын шул балаға шатланып бирә.
Бала-саға – беҙҙең киләсәгебеҙ, - ти, минең атайым. – Мин һеҙҙең өсөн тырышам, һеҙҙең өсөн йәшәйем... Әлбиттә,хаҡ һүҙҙәр.Мин иншамды киләсәктә үҙемде борсоған һорауҙарыма яуапты инша итеп яҙҙым. Тыуған еребеҙҙе нисек яратаһығыҙ, уның киләсәген ниндәй итеп күрәһегеҙ?
Эйе,ошондай матурлыҡты күреп йәшәү өсөн һәр бер кешегә тыуып- үҫкән ере ҡәҙерле.Мин шул тиклем ҡыуанам һәм ауыҙ тултырып әйтә алам:Мин –Баймаҡтанмын ,Башкортостанданмын тип.Был үҙе бәхет түгелме ни?. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы. Һәркемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә күңел барыбер үҙ тыуған яғыңа тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа да таҙараҡ. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ шулдыр – кем генә Башкортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһында бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бөйөк Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡы таң ҡалдыра. Тыуған яҡ - ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең бөтә Башкортостан. Эҫе йәй көндәрендә урманда ҙур имәндәр һәм төҙ кайындар күләгәһендә, еләҫтә йөрөү иң рәхәтелер. Кайҙалыр яҡында ғына етеҙ шишмә үҙенең моңло йырын йырлап йөгөрә, ул бер ҙә арымай: ҡышын да, йәйен дә, яҙын да, көзөн дә ҡаялыр ашыға ла ашыға. Минем тыуған яғым урмандары төрлө-төрлө еләк-емешкә, бәшмәктәргә, дарыу яһай торған үләндәргә бай. Уларҙы барыһында ҡурыҡмайынса ҡулланырға мөмкин, сөнки улар саф һауада, кеше аяғы баҫмаған ерҙә үҫкәндәр. Был бөтә байлыҡты беҙҙең яҡшы мөнәсәбәтебеҙ генә һаҡлап киләсәк быуындарыбыҙға ла еткерер. Минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған яҡ ул минең йәшәгән ерем- ауылым Ғәҙелбай. Тыуған ауылым ҙур түгел, кескәй генә, ул ике ҡалҡыулыҡ аҫтында урынлашҡан. Был ике ҡалҡыулыҡ ҡыш көнө һалҡын елдәрҙән һаҡлай беҙҙе, ә йәйен бында ауыл халҡы урман еләге йыйып шау-шыу килә. Кескәй генә тауҙарыбыҙҙы етеҙ йылға уратып алған. Бала-сағаға йөй көнөндә иң ҙур шатлыҡ иртәнән кискә тиклем ошо йылғала ташбаш йәки ҙур булмаған табан балыҡтарын тотоп ултырыу. Йыраҡ түгел генә беҙҙең урманыбыҙ да бар, унда беҙ йәй көндәрендә еләк һәм бәшмәк йыйып ваҡытыбыҙҙы уҙҙырабыҙ. Урал тауҙары беҙҙең тыуған ауылыбыҙҙан йыраҡ урынлашҡан. Минең тыуған яғым – сикһеҙ ҡалҡыулыҡлы дала, ҡайһыбер ерҙә уны зәңгәр һыулы йылғалар кисеп сыға. Башкортостанда уникаль тәбиғәт һәм мәҙәниәт байлыҡтары бик күп. Бында булған сәйәхәтселәрҙең күңелендә Башкортостанда күргән матурлыҡтар оҙаҡҡа һаҡлана һәм тағын да ошо тылсымлы ергә боролоп кайтаһы килеп торалыр. Беҙҙең бурысыбыҙ - ошо тәбиғи байлыҡтарҙы, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙе һалыу, тыуған еребеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарау. Шулай булһа ғына бында килеүсе ҡунаҡтарыбыҙ ҙа беҙҙең тыуған яғыбыҙға, тыуған еребеҙгә ихтирам менән ҡарарҙар һәм уға ҙарарлыҡ килтермәҫтәр.
Яңы йыл төнөндә ҡулығыҙға тылсымлы таяҡ килеп эләкһә, ниндәй хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыр инегеҙ?Минең өс теләгем бар:Беренсеһе Мин Ер йөҙөндәге барлыҡ балаларға бәхетле бала саҡ һәм һаулыҡ теләр инем ,ауырыуға дусар булғандарын тылсымлы таяғымды һелтәп кенә дауалар инем..Икенсеһе Тәбиғәтебеҙҙе яуыз кешеләрҙән ҡурсалар инем, сөнки тау—таштарыбыҙҙы аҡтаралар,зифа ҡайындарыбыҙҙы ауҙаралар.Өсөнсө теләгем ил башлыҡтарына, етәкселәренә арымай-талмай бөгөнгөләй тырышып эшләүҙәрен теләр инем.
“Һәр кеше үҙ тормошона үҙе хужа. Әгәр ҙә тормош ағымы буйынса ғына барһаң, һин бер нәмәгә лә ирешмәйәсәкһең. Киләсәк тураһында уйланырға кәрәк. Бөгөнгө көн менән генә йәшәп булмай ул . Кеше ағымға ҡаршы тора белергә һәм уның һәр ваҡыт көрәшергә еңе һыҙғанған булырға тейеш,” – тип өйрәтә әсәйем.
Иншамды ғаиләбеҙҙең матур девизы менән тамамлағым килә:«Йәш быуын – сәскә менән тиң. Сәскәне ултыртыу менән һыу һипмәһәң, ул йә үлә, йә зәғиф булып үҫә» . Мин уны һәр ваҡыт насарлыҡтан, яуызлыҡтан яҡлаясаҡмын һәм һаҡлаясаҡмын. Беҙ атай менән әсәйҙең ныҡлы терәге һәм таянысы булып торабыҙ. Улар беҙгә ҙур ышаныс бәйләй, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡәҙерлеләребеҙҙең өмөттәрен аҡларбыҙ!
Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбең 5 класс уҡыусыһы Барлыбаева Алтынай Айбулатовна.
Етәксеһе: Барлыбаева Әлиә Исмағил ҡыҙы.