Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
3 Декабрь 2019, 20:20

Ер йөҙөндәге барлыҡ балалар ҙа бәхетле булһын

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Үрге Таулыҡай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Исхаҡова Рәсилә Наил ҡыҙы.#Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡӘлбиттә, иң тәүҙә донъяның тыныс тороуын, яҡындарымдың һаулығын теләр инем. Мәктәбебеҙҙең һәр кабинетына интерактив таҡталар, компьютер, өр – яңы йыһаз һорар инем. Баймаҡ районында юлдарҙы рәтләр инем.Ә шулай ҙа иң ҙур теләгем – Ер йөҙөндәге барлыҡ балалар ҙа бәхетле булһын, ата – әсә наҙын тойоп йәшәһен, һау булһындар. Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!!!

Тыуған йорт... Тыуған ил... Тыуған ер.... Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр. Тыуған ер ул – кешенең аяҡ быуындары ла нығынып етмәгән көйө, йәшел сиҙәмдән атлап киткән ере. Минең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын булған ер - ул минең тыуған Таулыҡайым. Минең ауылым йыр – моңға бай Баймаҡ районында Һаҡмар йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Тарихҡа бай, иң боронғо ауылдарҙың береһе ул. Бер яғынан урман уратып алһа, икенсе яғында икһеҙ – сикһеҙ иген баҫыуҙары... Иркәш һәм Күстәнә тауҙары ауылымды ел – дауылдан һаҡлап ултыра. Ә үҙем үрге Таулыҡай мәктәбенең 3 - сө синыф уҡыусыһымын. Таулыҡай ауылы иң төҙөк матур ауылдарҙың береһе. Беҙҙә ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Мин нәҡ был ауылда йәшәүемә бик шатланам һәм ғорурланам.
Әгәр ҙә миңә яңы йыл төндә тылсымлы таяҡ килеп эләкһә, нимә һорар инем? Әлбиттә, иң тәүҙә донъяның тыныс тороуын, яҡындарымдың һаулығын теләр инем. Мәктәбебеҙҙең һәр кабинетына интерактив таҡталар, компьютер, өр – яңы йыһаз һорар инем. Баймаҡ районында юлдарҙы рәтләр инем.
Ә шулай ҙа иң ҙур теләгем – Ер йөҙөндәге барлыҡ балалар ҙа бәхетле булһын, ата – әсә наҙын тойоп йәшәһен, һау булһындар. Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!!!
Читайте нас: