Бик яратам мин үҙемдең Тыуған илемде. Башҡортостанымды! Шул тиклем күңелгә яҡын, ҡәзерле һәм изге. Ул бейек тауҙар, ҡалын урмандар, тәрән күлдәр, матур йылғалар иле. Ниндәй генә ағастар үҫмәй уның урмандарында!
Башҡортостан – Урал тауҙарынын көньяғында урынлашҡан бәрәкәтле һәм күркәм төбәк ул.
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап-ак Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?!
Башҡортостан – алһыу таң иле,
Гөл-баҡсалар иле, дан иле...
Башҡорт ерҙәре ниндәй генә бай булмаһын, ул байлыҡтар мәңгелек түгел бит. Ошо ерҙәр өсөн халыҡ күпме тир түккән, ҡан ҡойған.
Ер, ил, ирек тип Салауаттар яуға күтәрелгән. Ер, ил, ирек тип халыҡ баҫҡынсылар, иҙеүселәр менән көрәшкән. Ер, ил, ирек тип башҡорттар ҡан түккән. Ер бер ваҡытта ла артыҡ була алмай һәм булмаясаҡ та. Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн еребеҙҙе һаҡларға, урмандарҙы ҡырҡмаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙҙың киләсәге – беҙҙең һәм үҫеп килгән йәштәр ҡулында.
Балаларҙа тыуған еребеҙгә, тыуған илебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе беренсе маҡсатҡа ҡуйһак, икенсе маҡсат – тыуған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү. Илһеҙ, телһеҙ, милләт булмай. Тыуған тел – үҙ байлығыбыҙ, беҙҙең яҙмышыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Беҙҙең һәм киләсәк быуындың телендә мәңге шулай ғорур янғыраһын ине башҡорт теле.
Тыуған тел аша кеше туған халҡының мәҙәниәте, йолалары менан таныша, рухын һеңдерә. Еребеҙҙе, телебеҙҙе халыҡ бөгөнгө көнгәсә нисек һаҡлаһа, киләсәк быуын да шулай һаҡлар тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ысынлап та, киләсәктә лә Башҡортостаныбыҙ ыңғай яҡтарға үҙгәрһен, башҡорт халҡының милли сәскәһе ҡурайҙай матур булып сәска атһын ине. Көрсөккә бирешмәһен, бай, мул иген баҫыуҙары менән халҡын тәьмин итеп, ҡыуандырып йәшәһен ине.
Ә хәҙерге көндә кешегә йәшәү күпкә еңелләште. Матур тормош ҡорам тигән кешегә бөтәһе лә бар. Тормош матур булһын өсөн тәбиғәттең дә матурлығы кәрәк. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәттең зарарланыуы, ер-һыуҙарҙың ағыуланыуы, халыҡтың тарҡаулығы һиҙелә башланы. Быларҙы бөтөрөү мәсьәләләрен ҡарап тағы ла тәбиғәтте, тормошто матурлап йәшәргә кәрәктер.
Тормош матур, атыр таңдарыбыҙ яҡты, ыңғай барһын тигән кеше ниндәйҙер алдағы пландар, уйзар менан йәшәй. Башҡорт халҡы белмәй әйтмәгәндәр, күрәһең, тормош усағығыҙ нисек булһа, йәшәү шарты сығанағығыҙ шуға бәйләнгән.
Киләсәк быуын ошоларҙың барыһын да күреп, үҫеп килә һәм шуға ауырлыҡтарға бирешмәй, киләсәкте ыңғай яҡҡа үҙгәртеп алып китерҙәр, тип ышанабыҙ.
Шулай итеп, бөгөнгө көнөбөҙ ҡатмарлы булһа ла, Башҡортостандың, милләттең киләсәге өмөтле булыр. Халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған яғым күкрәп сәскә атыр, тип ышанам, сөнки ил яҙмышын үҙ ҡулына алырҙай ышаныслы быуын үҫеп килә. Шул йәш быуын иҫәбендә мин, Ғайсин Илhам, Башҡортостаным, ерем, илем тип йәшайем. Бар хыялым үҫкәс ҙур кеше булыу, тырышып яҡшы уҡыу, ҙур ҡалаларҙа Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыу, күреү. Һәм дә тылсымлы таяғым булһа, илдә тыныслыҡ, етешлек, бар ғаиләлегә именлеҡ, ҡыуаныстар теләп, хыялдарын тормошҡа ашырыр инем.
Беҙҙең быуын донъяла
Һуңғы быуын булмаһын,
Килер Яңы быуынды
Афәт быуып ҡуймаһын.
Бар әзәмдең теләге --
Быуын-быуын йәшәүҙә.
Бар ғәләмдең ҡануны --
Мәңгелеккә күсеүҙә,
Күсеүҙә, ау, күсеүҙә...
Илhам Ғайсин,
Баймаҡ лицей-интернатының 8-се “А” класы уҡыусыhы.
Етәксеhе: Нәсимә Кинйәғәле ҡыҙы Азаматова.