Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыш бабайға хат
28 Ноябрь 2019, 19:10

Яңы йыл төнөндә ҡулыма тылсымлы таяҡ килеп эләкһә...

#Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡИкенсе конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Өмөтбай мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Садыкова Гүзәлиә.Гүзәлиә өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Бөтә кешенең дә хыялы булалыр ул. Берәй әйбер һатып алыу, ҡайҙалыр барыу... Хатта “иртәгә етһен әле, ҡайҙан беләйем”,- тигән өлкәндәрҙең дә күңелендә йәшерен генә хыялдары йәшәгәненә ышанам.(иншаның ҡалғанын сайттан уҡығыҙ)

Яңы йыл- мөғжизәле байрам. Унда бүләктәр көтәһең, Ҡыш бабайҙың тылсымына ышанаһың. Бөтә кешеләр ҙә шат, бәхетле кеүек был мәлдә. Хыялдарға ирек биреп, әгәр ҙә минең ҡулыма Яңы йыл төтөндә тылсымлы таяҡ килеп эләкһә...мин был донъяла кешеләр бер ҡасан да ауырымаһын, тип теләр инем. Сөнки бынан 7 йыл элек минең олатайымды аяуһыҙ сир арабыҙҙан алып китте. Ә ул мине ныҡ ярата ине, 6 айлыҡ ҡына сағымдан мине күтәреп, йылға буйҙарында йөрөткән, боҙ киткәнен күрһәткән, туғандарға алып барған. Һәр ваҡыт олатайым минең менән ғорурланыр булған. Шулай минең йөрәгемә тәбиғәткә ҡарата тәүге һөйөү орлоҡтары һалғандыр ул. Әгәр ҙә аяуһыҙ сир булмаһа, минең олатайым бөгөн дә беҙҙең менән бергә ҡыуанып йәшәр ҙә йәшәр ине.
Ғәҙәттә әкиәттәрҙә тылсым килеп эләкһә, өс хыялды тормошҡа ашыра бит. Минең икенсе хыялым- ер йөҙөндә бер ҡасан да һуғыш булмаһын! Әҙәбиәт дәресендә Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” әҫәрен, һуғыш башланғанда 9 йәшлек кенә булған оло өләсәйемдең һөйләгәндәрен тетрәнеп тыңланым. Күпме кеше ғүмере өҙөлгән бында, күпме балалар атай-әсәйһеҙ ҡалғандар...
Өсөнсө хыялым – үҙем өсөн. Мин хеҙмәт дәресен бик яратам. Унда ҡағыҙҙан, пластилиндан, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән төрлө әйберҙәр эшләү оҡшай. Шуға ла тылсымлы таяғымдан хеҙмәт дәресе көн дә булһын тип теләр инем.
Мөғжизәгә, тылсымға нисә йәштә булһаң да ышаныр кәрәктер ул, сөнки иртәге көнгә, киләсәккә ышаныс булғанда йәшәүе лә күңелле бит!
Садыкова Гүзәлиә
Өмөтбай мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: