(Ҡобайыр)
Бер тигәс тә ни яман?
Бишек бәүелмәгән өй яман.
Ике тигәс тә ни яман?
Илен һөймәҫ, шул яман,
Илен һөймәҫ, шул яман!
Ә мин һөйәм илемде,
Башҡортостан илемде,
Башҡорт тигән телемде,
Шунда үткән көнөмдө.
Бөгөнгө көндә илемдең
Төп байлығы – Радийы,
Уның етәкселегендә,
Илем барыр тик алға.
Халҡым бер ҙә бүленмәҫ,
Ярлыларға һәм байға.
Ағастар ултыртылыр,
Йылғалар һыуға тулыр,
Өйҙәр матур, йылы торор,
Юлдар ҙа таҡыр булыр,
Уйым-уйым күлдәрҙә
Балыҡтар уйнап торор,
Балалар баҡсаларында,
Шаттауыш яңғырап торор.
Мәсет манараларынан
Иман нуры ҡойолор.
Ер йөҙөндә йәшәүҙәре
Ожмах кеүек тойолор.
Эшһеҙ ҙә булмаҫ кешем,
Ашһыҙ ҙа булмаҫ кешем,
Йәшәренә булыр мөйөшө,
Балалары тыуыр өлөшлө.
Шундай итеп күрәм киләсәген,
Илем булыр өлгө күп илгә
Шул бәхеттең шаһиты булырға,
Илде һаҡлар, телде һаҡлар,
Балалары тыуһын был ергә!
Моталлапова Әлиә Илфат ҡыҙы.
Түбә мәктәбенең 7-се класы.