Бөтә яңылыҡтар
Ял
9 Апрель 2023, 11:00

Еңел әҙерләнгән тәмлекәс

Өйҙә тәмле пирожныйҙар бешереп ҡарайыҡ. Ул бик ябай, тиҙ, шул тиклем матур һәм тәмле килеп сыға...

Еңел әҙерләнгән тәмлекәс
Еңел әҙерләнгән тәмлекәс

Өйҙә тәмле пирожныйҙар бешереп ҡарайыҡ. Ул бик ябай, тиҙ, шул тиклем матур һәм тәмле килеп сыға.

Әсеткеһеҙ ҡатлаулы ҡамыр ― 1 ҡап, крем өсөн:
ярты банка ҡуйыртылған һөт, 150 гр аҡ май, шәкәр пудраһы
алабыҙ.

Ҡамырҙы иретер өсөн өҫтәлгә йәйеп һалабыҙ. Бер аҙ йәйәбеҙ (йәймәҫкә лә мөмкин), унан шаҡмаҡлап ҡырҡҡылайбыҙ. Әҙер майланған формаға теҙеп һалып, 200 градус эҫелектәге духовкала 15-20 минут бешерәбеҙ. Әҙер ҡатламаларҙы һыуынып өлгөрмәҫ элек йәнә икегә айырып сығабыҙ. Был ваҡытта ҡуйыртылған һөт һәм майҙы ҡушып туҡып әҙерләгән крем әҙерләйбеҙ. Ҡатламаларҙың аҫҡы ҡатына крем һөртөп, өҫкө ҡаты менән ҡаплайбыҙ. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәбеҙ. Аштарыбыҙ тәмле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: