Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
1 Апрель 2023, 07:45

Өләсәйем васыяты

Ал таңдарҙы, балаҡайым, Бисмилла менән башла, Аш менән яуап бирәләр Атылған яуыз ташҡа. Иртән торғас, урының йый, Шайтан аунап ятмаһын, Үҙҙәренә етмәҫ аңды һиңә Бер кем һатмаһын. 

Өләсәйем васыяты
Өләсәйем васыяты

Өләсәйем васыяты 

Ал таңдарҙы, балаҡайым,
бисмилла менән башла,
Аш менән яуап бирәләр
атылған яуыз ташҡа.
Йоҡоларға талған саҡта
рәхмәт уҡы Хоҙайға,
Ҡөҙрәте уның һәр ҡайҙа,
хатта бөртөҡ бойҙайҙа.

Иртән торғас, урының йый,
шайтан аунап ятмаһын,
Үҙҙәренә етмәҫ аңды һиңә
бер кем һатмаһын.
Ашағас та ҡашыяҡ йыу - шайтан
ялап ҡуймаһын,
Сама белеп һөйлә һүҙҙе - кеше
һинҽ тыймаһын.

Мыжыҡ булма, илаҡ булма,
өйҙөң ҡотон ебәрмә,
Үпкәләрҙе һөйлә, балам,
бары иҫкән елдәргә.
Таңдар менән, балаҡайым,
Хоҙайҙан бәхет һора,
Насар төштәр күрһәң дә гел,
яҡшыға ғына юра.

Рәхмәт уҡы Хоҙайға һин,
тыныс таңдар атҡанға,
Күҙең асып кинәнеп яңы көнгә баҡҡанға.
Дөрөҫ һүҙҙәр һөйлә, балам,
ялғанды Хоҙай һөймәй,
Хоҙай һөймәгән әҙәмгә, бел,
балам, бәхет теймәй.

Кеше йәшен алма, балам,
уйлап һөйлә һүҙеңде,
Был донъяла көслө түгел, еңә,
балам, түҙемле.
Көйөнөстәр - ҡайғы түгел,
түҙемлегеңде юйма,
Йырлап та ал, илап та ал,
һағышты эскә йыйма.
Динә Талхина

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: