Көлөп алайыҡ әле!
Ауылдағы тимерлеккә ир-егеттәр йыйылып, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашып, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләп, шаярып-көлөп ултыралар икән. Шунда бер ағыйыбыҙ:
-Егеттәр, әйтегеҙ әле, нисек малай “эшләргә”? Еңгәйегеҙ алты ҡыҙ алып ҡайтты бит! – тип кәңәш һораған. “Тәжрибәле” икенсе ауылдашыбыҙ:
-Бына тағы бәпәй “эшләйем” тиһәң, мендәр аҫтына даға һал! Атты ысын ир-егет кенә тотоп дағалай ала бит!- тигән.
Бер йылдан тағы ла ауылдың ир-егеттәре тимерлектә осрашҡан. Ҡыҙға бай ағайыбыҙ:
-Эй егеттәр, ни эшләп теге ваҡыт алданығыҙ инде? Бына мендәр аҫтына даға һалып, бәпәй “эшләнем”, барыбер етенсеһе лә ҡыҙ булды!- тигән. Кәңәш биргән ағайыбыҙ ҙа юғалып ҡалмаған:
-Дағаһы бейәнеке булғандыр!- тип әйтеп ҡотолған.
Айһылыу Сирбаева .
Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы