Борон-борондан 31 августы АТ көнө тип белгәндәр. Йола буйынса был көндө АТ байрамын билдәләнгәндәр.
Уйлап ҡараһаң, кешелек тормошона борон-борондан ат ныҡлап үтеп ингән. Ат - ул яҡын дуҫ та, эш ҡоралы ла булып торған. Әкиәттәрҙә лә ат төп ролде биләй.
Байрам көнө аттарҙы бар эштән бушатып, йылға-күлдәрҙә йыуындырғандар. Ялын, ҡойроғон тарап, сағыу таҫмалар менән биҙәгәндәр. Туйғансы һоло ашатҡандар.
Атлылар! Байрам менән!