-7 °С
Ҡар
Йөҙә белмәгән кеше йылғаға төшөп китеп бата башлаған. Ул бик ныҡ ҡурҡҡан, йылғаның тыныс тулҡындарын көслө ағымға эләктем тип уйлап, йәне өсөн көрәшә башлаған. Хәле бөткәс, ул тыныслана төшкән һәм үҙен һыуҙа нисек тоторға кәрәклеген аңлап, ярға сыҡҡан. Йылғаға ҡарап уның тыныс һәм хәүефһеҙ булыуын күргән.
Беҙҙең уйҙарыбыҙ ҙа шулай. Һине аҫҡа батырған, кәмһеткән уйҙарҙы башыңда ни тиклем алып йөрөйһөң, тормошоңда күңелһеҙ ваҡиғалар ҙа шул тиклем күп булыр. Уйҙарыңды тәртипкә килтереү менән, тормошоң да яйға һалыныр.