Йыл һайын 5 июль көнө донъяһын онотоп эшкә бирелгән кешеләр һөнәри байрамын билдәләй.
Бөгөн трудоголиктар көнө.
Трудоголиктар көнөн тәүге тапҡыр АҠШ-та билдәләйҙәр. Ә бөгөн был байрамды башҡа илдәрҙә лә киң билдәләйҙәр. Был көндө «һөнәри» байрамы тип барлыҡ эшкә башкөллө сумғандар билдәләй ала.
Бындайҙар ғәҙәттә өйөндә бик һирәк була. Дуҫтары, яратҡан кешеләре икенсе планға күсә. Ундайҙар хатта ябай ғына күңел асыуҙың нимә икәнен дә онота. Әммә, нисек кенә булмаһын, кеше эш менән ял араһында баланс булдырырға тейеш. Был уның физик һәм психик һаулығы өсөн бик тә мөһим. Трудоголиктар көнө лә тап шуның өсөн булдырылды ла инде. Тап бөгөнгө көн башы менән эшкә сумған кешенең тормошон үҙгәртергә этәргес булһын, тип булдырылған да инде. Кеше йәшәр өсөн эшләй. Киреһенсә түгел.
Байрам менән!