Бөтә яңылыҡтар
Ял
25 Февраль 2022, 11:57

Бөгөн татлы байрам!

Хәҙер календарҙы ҡараһаҡ, ниндәй генә байрамдар юҡ! Ҡурай еләге бәлеше көнө лә, туңдырмаға бәйлеһе лә, шоколадлыһы ла... Ә бына бөгөн шоколадлы арахис көнө. Был тәмлекәсте яратмаған кеше һирәктер. Ммм... ауыҙҙан һыуҙар ҡойолоп китте түгелме? 

Бөгөн татлы байрам!
Бөгөн татлы байрам!
Йыл һайын 25 февраль көнө донъяла шоколадля арахис көнө билдәләнә. Ысынлап та, татлы байрам!
 
Байрамдың тарихына килгәндә, ул былай булған:
Тәүге тапҡыр был байрам 1912 йылда билдәләнә башлай. Барыһына ла Goo Goo Cluster батончигы сәбәпсе була. Был тәмлекәстә пастила һәм карамель арахис менән шоколад менән ҡушылмаһынан эшләнгән булған. Классик рецебына күҙ һалһаң, был батончикты әҙерләгәндә миндаль, арахис йәки грек сәтләүеген, шулай уҡ әсе ҡара шоколадты ҡулланырға була. Әҙер батончиктарҙы шул килеш ашарға була. Шулай уҡ торт, пироженый, туңдырмаларҙы ла биҙәргә була. 
 
Төшкөлөккә нимә ашарға икәнен хәл иттегеҙме инде? 
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: