Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Ял
19 Февраля 2022, 04:50

Йортобоҙҙо ла ауырыуҙан һаҡлар кәрәк

Ҡайһы бер вирустар "үҙ мәлен" көтөп, ике аҙна ятыуы бар...

Ауырыу ҡоторған мәл. Коронавирус тураһында ғына һүҙ бармай. Көн берсә йылыта, берсә һыуыта, миҙгелле киҙеүҙәр мәле лә ошо ваҡытҡа тура килә. Был ваҡытта үҙегеҙҙе генә түгел, ә йортоғоҙҙо ла хәстәрләргә онотмағыҙ. Сөнки килеп киткән кеше йәки ауырып йүнәлгәндән һуң вирустар һаҡлана әле. Ҡайһы бер вирустар ике аҙнаға тиклем өйөгөҙҙә "үҙ минутын" көтөп ятыуы бар. Шуға күрә был мәлдә йортто таҙартыуға айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Өйҙәге бар шкафтар, өҫтәлдәр һб өҫтө мотлаҡ һөртөлөргә тейеш. Бының өсөн кер һабынын ҡулланыу отошло, ул бар вирустарҙы үлтерә. Хәҙер шыйыҡ кер һабыны һатыла. Уны бар ерҙәрҙе һөртөп алырға ла, иҙәнде йыуырға ла ҡулланырға яҡшы. Ишек тотҡаларын белизналы һыу менән һөртөү шәп булыр. Иҙәнде йыуғанда, балаҫтар хаҡында онотмағыҙ. Уларҙы саңһурҙырғыс менән генә һурҙыртыу әҙ. Тышҡа сығарып елләтеү мөмкинлеге булмаһа, өҫтәрен һыулы сепрәк (кер һабыны, порошок һб ҡушып) һөртөп алыу микробтарҙы юҡҡа сығарыр. Ваҡыты-ваҡыты менән бүлмәләрҙе елләтеп алығыҙ. Унда ҡырҡылған һуған-һарымһаҡ һалып сығығыҙ йә лимон башҡа майҙар өҫтәлгән һыуҙы һиптерегеҙ. Артыш, әрем яндырып алыу ҙа микробтарҙы үлтерә. Йыйыштырып бөткәндән һуң Өй таҙартыу доғаһын яңғыратып алығыҙ. Күңелегеҙгә рәхәт булып, өйөгөҙ яҡтырып китеүен тойорһоғоҙ. 

Үҙебеҙ ҙә, йортобоҙ ҙа сәләмәт булһын!:)

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Йортобоҙҙо ла ауырыуҙан һаҡлар кәрәк
Йортобоҙҙо ла ауырыуҙан һаҡлар кәрәк
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас