Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
18 Февраль 2022, 18:10

Үәй, ғүмерҙәр

-Ҡана, булмаһа мунса яғайым. Мунса инһә, атағыҙ кеше булмаҫмы икән?- тигән булды әсәйем. 

Сулпан Абдрахимова.
Үәй,ғүмерҙәр...

Атай ауырып ята.Өлөкөгөн ҡырын ,,тейәп" ҡайтҡайны,кисә башын төҙәтте.Ҡәҙимге генә юнәлеп киткән һымаҡ инесе.Бөгөн кисәге баш төҙәткәне өсөнмөлөр инде,тағы ауырып ята.Сүместән һыу эсеп үтте ярты көнө.Тамағына башҡа бер ни үтмәне.
Ауылда беҙҙең генә бензин менән эшләгән бысҡы бар-,,Дружба"бысҡыһы.Утын алып ҡайтып ауҙартҡан һәр кеме беҙгә килеп тик торалар.
-Ағый,бензин бар ул,анау ғына утынды бысып ҡына ебәрәйек әле.
-Силсәүит утын бүлгән дә,бара һалып ҡолатып кит әле дыружбаң менән.
Атайҙың үҙен генә күтәреп әпкитерҙәр ине,көстәре етмәй ,бысҡыны йәһәт кенә йөкмәп китәләр.Атай бушҡа быса утындарын.Нисек инде оялмайса ауылдаштарыңдан хаҡ һорап тораһың. Заманы шул,кеше кешегә- дуҫ,иптәш!Шешә күп,һыйлай ҙа ҡайтаралар.Өлөкөгөн кәкрурамда бысҡы тауышы сыға ине,кисә ҡалмаҡ яғында бысҡыһын ,,үкертте".Һуҡмыш булһа,газға ныҡ итеп баҫып,үкертеп быса утынды.
Әле ята ,башы ауырый.
Әсәйҙең шыпа кәйефе юҡ.Беҙҙең дә.
-Ҡана,булмаһа мунса яғайыҡ,мунсинһә әллә кеше булмаҫ микән атағыҙ?-тигән булды әсәй.
Мин көйәнтәләп төпкөлдән һыу ташырға керештем,әсәй таплыҡтағы ҡоро-һары уҫаҡты балта менән турағылай башланы.
-Итекһеҙ итексе -атаң була инде.Кеше һайын бысҡы күтәреп хайырсылап йөрөй,үҙебеҙҙең утын ята.Ҡоромағыр...
Бер ҡосаҡ утын ҡосаҡлап,әсәй мунсаға инеп китте.Эҫе һыу ҡаҙанын тултырып,биҙрәләремде һикегә түңкәреп торһам,бәләкәс ҡапҡанан күрше апай йүгереп инеп килә.Ул шулай,яйлап атлап йөрөй белмәй.
-Әсәй мунсала,Кәбирә апай.
-Сулпан,аласыҡтан шырпы ғына әпкил ,мейестең ауыҙында ғына ята!-әсәй ишектән башын сығарып һөрәндәне.
Кәбирә апайҙың инеп килгәнен күргәс:
-Берыңғайы самауырыңа һыу ҡойоп алып кил,хәҙер генә күмере төшә торған уҫаҡ утындың...
-Хәҙер,әсей...
-Ҡуй ыҙалама ,Гөлшат апай,сәй эскем килеп тормай әле ул.
Самауырға һыу ҡойоп,мунсаға индерҙем.
Шырпымды һыҙып,туҙға төрттөм-ҡоро утын гөлп итеп тоҡанып китте.
-Итәһең,нитәһең,Гөлшат апай,шуны әйтәм әле,бигерәк ыҙалата Дәминдәр ағай үҙеңде.Кеше һайын бысҡыһы менән йөрөнө лә ҡуйҙы.Әйтәһе,итәһе,нитәһе түгел.Бесәнгә лә төшмәгәнһегеҙ түгелме?
-Бәләп ҡайтты былай.Бер һәнәк бесән юҡ әле.Пыравалис.Малды тотонор ҙа ебәрербеҙ.Ауырып ята ағайың.Мунсинеп,һурпэсеп алһа,әллә ,кеше булып китмәҫ микән,тип мунса елпетергә булдыҡ...Аллааа...-әсәй көрһөнөп ҡуйҙы.
- Беҙ төштөк бесәнгә,малайым ташый башланы йәшел көйөнсә...Шуны әйтәм әле,ағай үлеп китһә,кеше ышандырып әҙ-мәҙ иларһың да,никакуй ҙа ҡайғырып ултырма,-тип хәбәр һалмаһынмы Кәбирә апайым.
Кит ошоно!Ҡайсағында килделе-киттеле ,ҡолаҡҡа ятышһыҙ итеп хәбәр һөйләй ҙә ҡуясы,эсте бошороп.Йәп-йәш көйөнсә ништәп беҙҙең атай үлеп ятырға тейеш әле?
Былай ҙа кәйефһеҙ ултырған әсәй бер ни өндәшмәне,башындағы яулығын һыпырып алып,битен ҡапланы...
-Бушты һөйҙәп ултырма әле,Кәбирә апай,ана әсәйҙе илаттың,-самауырымды күтәреп тып-тып атлап сығып киттем.
Атай юнәлеп алды.Бесәнгә төштөк,әллә күпме эҫкерт ҡойҙоҡ.Утынды ла бысып,ярып,өйөп ҡуйҙыҡ.
Көҙгә мин Өфөгә уҡырға киттем. Сумаҙан һөйрәп,автобузға сығып барһам,буш күнәктәре менән Кәбирә апайым югереп ҡаршыма килеп сыҡты.
-Юлың уң булһын,һәйбәт уҡы!
-Ярай ,апай,рәхмәт...
Хикмәт инде,буш күнәктәр менән осраһа ла,юлыбыҙ уңа,әллә ниндәй бер ғилләһе бар ине Кәбирә апайҙың.Ә был юлы ниңәлер эсем бошоп киттем.
Йыл аҙағында атайыбыҙ китеп барҙы.Поезда ҡайтып барғанымда мунсалағы булған хәлде иҫләп килдем.
Әсәй ныҡ иланы.Зыяратта кеше болот һымаҡ күп булды...
Күршебикә әхеүәл һорап,гел ингеләп йөрөй,йә үҙ зарын бушата.
-Шуны әйтәм әле,Гөлшат апай,ағастың бейегенән ҡоланыҡ та ҡуйҙыҡ.Ағай һәйбәт ине.Ҡабат бабайға барып торма.Унһыҙ ҙа йәшәп ятыла бит әле...Эйе,эйе...
-Ҡартайған көнөмдә әллә кемдән ҡалған бабайҙың ыштанын йыуып йөрөгәнемсә,аяғымды һоноп ултырып бер сынаяҡ сәй яһап эсәм.Әйҙә,яҡындан ҡатнаш,сәй яһаным,Кәбирә.
-Юҡ,үҙемдең сәйнүгем шыжлап ултырып ҡалды,-яһалған сәйҙе лә эсмәйенсә нисек югереп килеп инде,шулай югереп сығып та китте апайым.
Эээй,ҡартайған көнөмдә,тигән була әсәй, илле берҙә тороп ҡалды атайҙан.
Әсәйебеҙ һикһән өскә тиклем йәшәне.Аҙаҡ ныҡ яңылышты,балаларын танымай,исемдәрен онотоп бер булды.Әммә күршеләрен онотманы.
Көн һайын инеп ултырып сыға күршебикә.
-Мине таныйыңмы,Гөлшат апай? -Кәбирә апай ҡолағына яҡын барып ҡысҡыра.
-Аһ,аһ,шулай тигән була ла торасы,Кәбирәһең...
Кәбирә апай ҡыуанысынан көлөп ебәрә хатта.
-Бабайыңды иҫләйһеңме,апый?-Кәбирә апай мәрәкәләгән була.
-Иҫләйем,уны нисек онотаһың?Дәмдәр ине!-әсәй көләмәйҙәп ебәрә.
-Килгәне юҡмы әле ?
-Килгеләп китә,алып китәм,тип...
-Әле генә йөрөмә әле,Гөлшат апай,килеп тороп ыҙалатты бабайың үҙеңде.Ҡатындарға йөрөнө...Анау бысҡыһын тотоп...
-Әйе шу...-әсәй тын ғына ултыра,-бәләкәс малайҙы көтөп ятам әле,тинем.Шул малай килгәс,барырмын эйәреп...
-Яңылыш һөйҙәп тик ултыра...-Кәбирә апай әсәйҙең яурынынан тупылдатып һөйҙө лә,ҡайтып китте.
Ун беренсе ноябрь әсәйҙең ейән ҡыҙы малай тапты,ун икеһе әсәй үтеп китте...
Әле ауыл яғына ҡайтырға ашҡынып ултырам.
Алла бойорған булһа,зыяратҡа барырмын,аят уҡытырбыҙ,тип йөрөйөм.
Беҙҙең ҡайтып килгәнде күреп,Кәбирә апай ҙа ҡаршы йүгереп сыҡмаҫ инде.Быйыл ул да китеп барҙы...
Үәй,ғүмерҙәәр...

Үәй, ғүмерҙәр
Үәй, ғүмерҙәр
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: