Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Ял
6 Февраля 2022, 07:30

Төшкө ашҡа

Яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрөп, ял ашын әҙерләйек. Ябай ҙа, тиҙ ҙә...

Тәәк, еңел генә һәм тәмле генә әҙерләнә торған ял ризығыбыҙҙы әҙерләй һалайыҡ. Бының өсөн бөтәүләй бешкән картуф кәрәк була. Духовка табаһын майлағыҙ ҙа, өҫтөнә бешкән картуфтарҙы һалып сығығыҙ. Картуфтарҙың уртаһын бысаҡ менән ҡырҡығыҙ. Тик тулыһынса түгел! Унда беҙ оҙонса итеп ҡырҡылған сырҙы һәм колбасаны (сосиска, сарделька)) тығабыҙ. Әгәр картуфтарығыҙ ҙур булһа, арҡырыһына бер нисә ҡырҡым эшләргә була. Улай мәшәҡәтлерәк булһа ла, ныҡ матур булып та күренә) Өҫтөнә туралған укроп (петрушка, йәшел һуған) һибегеҙ һәм 200 градус эҫетелгән духовкала  7-10 минут бешерегеҙ. Өҫтәлегеҙгә ҡуйып өлгөрмәҫ элек яҡындарығыҙ килеп ҡаплап алыр.

Ашыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ ғәләмәт бәхетле булайыҡ! Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Төшкө ашҡа
Төшкө ашҡа
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас