Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
14 Ғинуар 2022, 22:20

Йоҡо татлы булһын!

Артыҡ ашап та, ас та йоҡлап булмай...

Татлы һәм бер уяныуһыҙ йоҡо - үҙе һаулыҡ. Бер уянмай рәхәтләнеп йоҡлар өсөн нимә эшләргә һуң? Беренсенән, йоҡлар алдынан күп итеп ашамаҫҡа. Ташҡан эс бер ҙә йоҡларға бирмәҫ. Икенсенән, ас та ятмаҫҡа. Сөнки ас ҡарынға ла татлы йоҡо булмай. Иң яҡшыһы төнгөлөккә ҡатыҡ эсеү. Ҡатыҡ туҡ та тотор, ашҡаҙанығыҙға ял бирер. 

Күңелһеҙ уйҙар менән ятмағыҙ. Донъяла һәр нәмәне хәл итеп булыуын онотмағыҙ. Төнгөлөккә проблемалар хаҡында уйлау йоҡоно тартып алыр, ә был хәлһеҙлеккә килтерә. Шуға күрә бар күңелдән булғанына шөкөр итеп йылмайығыҙ һәм тик матур төштәр киләсәгенә ышанығыҙ. Йоҡлар алдынан тауышланыу, ҡурҡыныс фильмдар, уйындар уйнауҙан да баш тартығыҙ. Төштәрегеҙ татлы һәм тәмле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: