Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
5 Ғинуар 2022, 10:14

Күсейҙәргә күңелле

Күсей мәҙәниәт йорто оҙайлы ял көндәрен файҙалы итеп үткәреү өсөн ауылдаштарына махсус программаһын тәҡдим итә. 

Күсейҙәргә күңелле
Күсейҙәргә күңелле
Мәҫәлән, 4 ғинуар көнө "Ғаиләләр менән ял көндәре" исемле фотоконкурс үткәрә. Ә 5 ғинуарҙа күсейҙәрҙе "Самауыр байрамы" көтә. Уны 2-се округ (депутаты З.Ш. Баймөхәмәтова) үткәрә.
6 ғинуарҙа "Ҡарлы өмә" һәм "Ҡарлы скульптуралар байрамы"н ауылдың 5-се округы тәҡдим итә. Депутаты - М.Р. Әбсәләмов. 
 
7 ғинуарҙа иһә хоккей турниры уҙғарырға планлаштырғандар. Боҙҙағы ярыштарҙы 3-сө округ (депутаты - Ә.Ш. Фәйзуллин) үткәрәсәк. 

8 ғинуарҙа күсейҙәрҙе "Ҡышҡы балыҡ тотоу ярыш"ына саҡыралар. Икенсе төрлө "Ҡышҡы һабантуй" тип аталған был үҙенсәлекле сараны 1-се округ (депутаты - И.М. Латыпова) үткәрәсәк. 
 
Бына шулай, күсейҙәрҙе онотолмаҫ ял көндәре көтә. Афарин! 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: