Бөтә яңылыҡтар
Ял
28 Июль 2021, 11:30

Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә?

Каникул да, йәй ҙә дауам итә. Ә был  #ВыбирайБашкортостан онлайн-флешмобының популярлыҡ яулай барыуына ишара.  Был акцияға Республика Башлығы Хакимиәтенең мәғлүмәт хеҙмәте хеҙмәткәре Зөлфиә Рәхмәтуллина ла ҡушылды. Ул отпуск һәм балалар каникулын Башҡортостанда үткәрергә ҡарар итә һәм ғаиләһе менән Уразбай быуаһы (Ишембай районы) – Торатау - Аҡташ, Уҡлығая, Сәитбаба (Ғафури районы) - Ассы, Шүрәле теше (Белорет районы) - Үләнде күле, Динопарк (Әбйәлил паркы) - Яҡтыкүл (Мауыҙҙы, Банное) маршруты буйлап үтә.

Каникул да, йәй ҙә дауам итә. Ә был  #ВыбирайБашкортостан онлайн-флешмобының популярлыҡ яулай барыуына ишара. 

Был акцияға Республика Башлығы Хакимиәтенең мәғлүмәт хеҙмәте хеҙмәткәре Зөлфиә Рәхмәтуллина ла ҡушылды. Ул отпуск һәм балалар каникулын Башҡортостанда үткәрергә ҡарар итә һәм ғаиләһе менән Уразбай быуаһы (Ишембай районы) – Торатау - Аҡташ, Уҡлығая, Сәитбаба (Ғафури районы) - Ассы, Шүрәле теше (Белорет районы) - Үләнде күле, Динопарк (Әбйәлил паркы) - Яҡтыкүл (Мауыҙҙы, Банное) маршруты буйлап үтә.

«Үҙебеҙгә лә, балаларға ла бындай ял оҡшаны», - тип Зөлфиә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙәге диуарына яҙып ҡуя. 

«Ғаилә менән иң яҡшы ял – ул тәбиғәттәге ял», - тип Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тип иҫәпләй. Ул да #ВыбирайБашкортостан акцияһына ҡушылып, Мораҙым тарлауығындағы фотоһын социаль селтәргә һала. 

«Бында ҡала шау-шоуынан ҡотолоп, көндәлек мәшәҡәттәрҙе онотоп, ҡаялар матурлығына, мәмерйәгә һоҡланып рәхәтләнеп ял итеп була. саф һауа, тәбиғәт, йәшәү өсөн уңайлы шарттар - бына ғаилә менән ял итеү өсөн төп факторҙар булып торорға тейеш. Шулай уҡ бындай ял ғаиләң менән яҡынайта, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Тауға менеү, мәмерйәгә төшөү, Оло Эйектә һыу инеү балаларҙың хәтерендә уйылып ҡалыр, тип ышанам», - тип Зариф Байғускаров яҙып ҡуйған. 

Шулай уҡ онлайн-флэшмобта БР балалар хоҡуғы буйынса уполномоченный Милана Скоробогатова ҡатнашты. Ул балалары менән Белорет районындағы Арса ташында булып ҡайта.

«Арса ташы - Башҡортостандың үҙенсәлекле урындарының береһе!!! Тәүге көндән үк йәшәү көсө артып киткәндәй була - күңел тулыша, тәнгә рәхәт булып китә. Көс бирә торған был урындың асылыңа ҡайтырға ярҙам иткәнен аңлайһың. Башҡорттар ҡаяға "Арса-таш" тигән исем биргән. Руссаға тәржемә иткәндә ул "вереск" тигәнде аңлата», - тип ул яҙып ҡуйған. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: