Бөтә яңылыҡтар
Ял
28 Июль , 16:39

28 июль - теләк теләй торған көн

Бөгөн теләк торған көн. Ә ул мөғжизәле байрам йыл һайын 28 июлдә үткәрелеп килә. Ышанҡандарҙың теләктәре ҡабул булһын! 

28 июль - теләк теләй торған көн

28 июль — Теләк теләй торған көн.

Теләк теләй торған көн йыл һайын 28 июлдә үткәрелә. Байрамдар араһында иң мөғжизәле байрамдың килеп сығышы тураһында һөйләшеп алайыҡ.

Ысынында иһә кешелек ғүмер буйы теләктәрен тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Хатта мөғжизәгә өмөт иткәндәр ҙә аҙ түгел. Астрономдар, астрологтар, магтар, сихырсылар, психологтар был турала күп уйлана, һанап та, прогнозлап та, анализлап та тап шундай көндө эҙләп табырға тырыша. Тәжрибәләр үткәреү юлы менән тап 28 июлдә көслө энергетикалы көн булыуын һанап сығарғандар. Уны хатта Йыһан менән телепатик бәйләнештә булыуға тиңләйҙәр.

Шуға ла был көн кешенең үҙе лә, уйы ла, күңеле лә саф булырға тейеш. Тап шундай саҡта теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр! 

28 июль - теләк теләй торған көн
Автор:Эльмира Киеккужина