Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
29 Ноябрь 2020, 21:45

Быйылғы ҡыш нисек буласаҡ?

Синоптиктар сағыштырмаса яҡшы миҙгел вәғәҙә итә. (тулыраҡ сайтта)

Ҡыш яҡынлаша башлау менән синоптиктар йыл да ҡаты миҙгел киләсәге, аномаль һыуыҡтар буласағы тураһындағы фараздары менән халыҡты аптыратырға тотона. Бына быйыл да метеоролог Екатерина Пестрякова Рәсәй халҡына ҡаты ҡышҡа әҙер булырға саҡырып сығыш яһағайны ла, РФ Гидрометеорология үҙәге етәксеһе Роман Вильфенд уның фараздарын кире ҡаҡты.
Рәсәйҙә, Башҡортостанда, үҙебеҙҙең төбәктә нисек буласаҡ яңы миҙгел? Былтырғы кеүек аномаль йылылыҡ көтөлмәйме? Әллә, киреһенсә, ҡаты һыуыҡтарға әҙер булырға кәрәкме?
Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, былтырғы кеүек үтә йылы ҡыш көтөлмәй, киреһенсә, һыуыҡтары ла, яуым-төшөмө лә нормала булған миҙгел буласаҡ. Илдең Европа өлөшөндә генә түгел, тотош Рәсәйҙә лә былтырғынан һалҡыныраҡ булмаҡсы. Ноябрь аҙағына ҡар ятасаҡ, тип фаразлайҙар ҙа, әле үк илдең Азия территорияһында, Уралда, Төнъяҡта бөгөндән үк күп яуым-төшөм булыуы күҙәтелгән.
Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда ҡышҡы миҙгелдә ҡаты һыуыҡтар, ҡар бураны һәм дауылдар булыуы көтөлмәй. Былтырғы кеүек декабрь айындағы аномаль йылылыҡ та күҙәтелмәйәсәк. Ҡышҡыһын республика биләмәһендә һауа температураһы норма кимәлендә: декабрҙә – уртаса 12, ғинуарҙа – 15, февралдә иһә 13 градус һыуыҡ буласаҡ, тип күҙаллана.
Шул уҡ ваҡытта ҡыштың тәүге айы болотло һәм ҡарлы, һауа температураһы – 12-16 градус һыуыҡ. 4-5 кенә көн аяҙ буласаҡ. Ғинуарҙа иһә күпләп ҡар яуыуы ихтимал. Шуныһы үҙенсәлекле, иң күп яуым-төшөм тап беҙҙең төбәккә – Урал аръяғына тура киләсәк, тип фаразлана. Был ай иң һыуығы буласаҡ – 15-19 градус. Әйткәндәй, Яңы йыл каникулдарын байрам иткән көндәрҙә, йәғни ғинуарҙың тәүге яртыһында һауа температураһының ныҡ түбән төшөүе ихтимал.
Февралдең тәүге аҙнаһында күпләп ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы – 13-18 градус.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә, ҡыштың сағыштырмаса йомшаҡ һәм ҡарлы булыуы көтөлә.
А.Салауатов.
Фото авторы Эльмира Кейекҡужина
Читайте нас: