Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
12 Май 2020, 12:07

12 май - Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө

Бөгөн Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө. Иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренең барыһын да был матур көндәре менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, бәхет, донъя именлеге теләйбеҙ. Һәр саҡ йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен.

Һәр йыл һайын тап 12 майҙа шәфҡәт туташтарының һөнәри байрамы билдәләнә. Ул көн танылған англичанка Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөнә тап килә. Ә Флоренс Найтингейлд Ҡырым һуғышы (1853—1856) ваҡытында тәүгеләрҙән булып донъяла шәфҡәт туташтары хеҙмәтен ойоштора. Ысынында иһә, был байрамға 150 йылдан ашыу булырға тейеш. Тик 1974 йылда ғына ул рәсми тап 12 майҙа үткәрергә ҡарар ителә.
Шәфҡәт туташы көнө 141 илдең шәфҡәт туташтары берләшеп, Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары советы ойошторолоу менән билдәләнә башлай. Һәр йыл Көн темаһы төрлөсә була. Мәҫәлән, бер йылда «Шәфҡәт туташтары пациент хәүефһеҙлеге өсөн — яһалма медикаменттарға ҡаршы», «Шәфҡәт туташтары инновациялар авангардында», «Преодоление разрыва: от научных данных к доказательной сестринской практике», «Медицинские сестры: движущая сила перемен - жизненно важный ресурс в поддержку здоровья» һәм башҡалар.
Иң шәфҡәтле һөнәр эйәләрен байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Күгегеҙ аяҙ, йөрәгегеҙ саф булһын!
Читайте нас: