Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял
12 Май 2020, 12:34

12 май - Экологик белем көнө

12 май көнө элекке СНГ территорияһында йәшәгәндәр Экологик белем көнөн билдәләй. Экологик катастрофалар, халыҡты вирус өйгә бикләгән мәлдә был байрам һәр кемдең күңеленә үтеп инергә тейешле. Ихатағыҙҙы таҙартығыҙ, ағас ултыртығыҙ. Йылға буйында йәшәһәгеҙ, уны сүп-сарҙан таҙартығыҙ. Уңыштар теләйбеҙ! Тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы булайыҡ. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Был байрам кешелектең эшмәкәрлегендәге, барлыҡ фән өлкәһендәге экологик белемде актуалләштереү маҡсатында 1991 йылда үткәрелә башлай. Экологик белемдең мөһимлеген, кәрәклеген аңлатып бөткөһөҙ. Тап экологик белем кешеккә уның тәбиғәткә ҡарата насар ғәҙәттәре ниндәй катастрофаларға алып килеүен аңлата ала.
Экологик белемдең төп маҡсаты - экологик мәҙәниәтте формалаштыра ала. Тап ошо көндә төрлө экологик акциялар үткәрелә. Уға, шулай уҡ, күргәҙмәләр, ағас ултыртыуҙар инә. Балалар тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашты үҙҙәренең ижади эшендә сағылдырырға тырыша. Йылға ярҙары, күл-һыу ятҡылығы буйҙары сүп-сарҙан таҙартыла. Был байрам һәр кемдең күңеленә үтеп инергә тейешле. Ихатағыҙҙы таҙартығыҙ, ағас ултыртығыҙ. Йылға буйында йәшәһәгеҙ, уны сүп-сарҙан таҙартығыҙ. Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: