Бөтә яңылыҡтар
Ял
10 Июнь 2018, 20:41

Ишеткән-кисергән-күргәндәрҙән

“Бесәйҙәр... иткәме?”Тау башындағы мунсаМинме, әллә ҡауынмы?Эткә атланып

“Бесәйҙәр... иткәме?”


Был хәлде әле лә көлөп хәтерләйем. Ул саҡта беҙ Өфө янында йәшәй инек. Мин бик ныҡ балыҡ тоторға яраттым, хәйер, хәҙер ҙә был шөғөлөмдө ташламаным. Төрлө ҡармаҡтар, балыҡ тотоу өсөн башҡа кәрәк-яраҡтарым менән ғорурландым. Уларҙы махсус магазиндарҙан да, интернет аша ла яҙҙыртып алдым. Минең әрмелә бергә хеҙмәт иткән иптәшем бар. “Гражданкаға” ҡайтҡас та беҙ уның менән аралашыуҙы дауам иттек, ҡатындарыбыҙ ҙа әхирәткә әүерелде. Тик дуҫымдың бер йәнде көйҙөргән ғәҙәте бар – ул шаяртырға ярата. Уйламаған ерҙән әллә ниҙәр килтереп сығара ала. Минең менән балыҡҡа йөрөһә лә, ул үҙе балыҡ тотмай, эргәмдә ял итеп йөрөй, усаҡ яға, бешерә. Унан икәүләшеп ултырып гәпләшеп, яңы тотолған балыҡтың һурпаһын эсеп рәхәтләнәбеҙ. “Ҡатыраҡ” эсемлекте лә онотмайбыҙ. Дуҫым бер көн балыҡ тоторға булып китте. Ғүмер буйы был шөғөлгә күңелен һалмаған кешенән ниндәй файҙа сыҡһын инде?! Ул минең иң ҡиммәтле ҡармағымды юҡҡа сығарҙы. Минең асыуланғанымды! Ә ул: “Белдем, ҡармаҡтарың һиңә бисәңдән дә ҡәҙерле”, – тип көлә етмәһә.

1 апрель алдынан минең кеҫә телефонына ла, өй телефонына ла шылтыратыуҙар башланды. Ҡармаҡ-ауҙарымды һатып алырға теләүселәрҙән. Аптырайым. Ҡатыным балыҡҡа йөрөгәнемде өнәп еткермәй, уның эшелер, тип уйлап талашып алдыҡ. Һөҙөмтәлә дуҫымдың бер реклама гәзитенә минең телефондарымды ҡуйып: “Бик арзан хаҡҡа ҡиммәтле ҡармаҡтар һ.б. һатыла. Ашығыс!” тип иғлан биргәне асыҡланды. Был туҡтауһыҙ шылтырауҙар айға яҡын дауам итте. Мин уның һайын дуҫымдан үс алыу теләге менән яндым. Тик нисек икәнлеген уйлап таба алманым. Бер көн бер уй башыма килде! Мин дә реклама гәзитенә “50-100 һумға эйәһеҙ бесәй-эттәрҙе һатып алам” тип иғлан баҫтырҙым һәм дуҫымдың бар телефондарын ғына түгел, ә өйөнөң адресын да бирҙем. Улар ҡала ситендә ҙур, ике ҡатлы шәхси йортта йәшәй. Һәм дуҫым өсөн тамуҡ башланды! Көн-төн бесәй-эт тотҡан эскеселәр, асарбаҡтар бының өйөнә килә башлаған. Дуҫым ҡыуып ҡарай, тик тегеләр гәзиттәге иғланды болғап, китергә теләмәй, “исмаһам, бер яртылыҡ бир”, тип ҡапҡаһын емереп алып баралар. Шулай уҡ дуҫыма туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар башлана: “Һеҙ ул бесәй-эттәрҙе нимә эшләтәһегеҙ? Әллә уларҙың тиреһен һыҙырып алаһығыҙмы? Әллә уларҙан бәлеш бешереп һатаһығыҙмы?!” Бер аҙна эсендә дуҫым йәшәгән йорттоң эргәһе эт-бесәй менән тула. Ошо хәлдән һуң ул башҡаса мине бер ҡасан да шаяртманы.

М. Кейекбаев.


Тау башындағы мунса


Минең иптәшем мунса ярата. Дөрөҫөрәге, ул мунсаға дуҫтарын йыйыуҙы хуп күрә. Күптән йөрөгәс, беҙ мунсаның бер яғы тигеҙ булһа ла, икенсе яғы тауҙан төшкән юл икәнлеген беләбеҙ. Унан төшкәс тә машиналар йөрөгән асфальт.

Бер көн беҙгә бер ҡала егете ҡушылды. Яҙ яҡынлашып килһә лә, тирә-яҡта көрт ята, мунсала дуҫымдың мәтрүшкә ҡушып бәйләгән миндегенең еҫе аңҡый. Беҙ, бер-ике сабынып алғас, һыра һемерергә ултырҙыҡ. Теге ҡала егете беҙгә екһенеп ҡарап: “Мунсала ярамай, бында бит һаулыҡты нығыталар”, – тип тағы сабынырға инеп китте. Унан сыҡты ла, көрткә сумырға булды. Ул мунсанан йүгереп сығып, шунда уҡ көрткә сума. Ә көн бынан алда әҙерәк иретеп торҙо һәм кискә туңдырған ине. Егетебеҙ ҡар эсенә инеп китеү урынына, уның өҫтөнән шыуып китеп, тау аҫтына төшөп, машиналар юлына барып төшкән. Водителдәр юлда йөрөгән сер яланғас ирҙе күреп машиналарын ҡысҡырта башлаған. Был кире мунсаға үрмәләп менергә маташа, тик боҙ кеүек ялтырап ятҡан ҡарҙан шыуа ла төшә, шыуа ла төшә. Һөҙөмтәлә уға бер саҡрымдай юлды урап, йүгереп, машиналарҙан ҡаса-боҫа килергә тура килә. Күҙҙәре аларып мунсаға килеп ингән егетебеҙ беҙҙең яныбыҙға килде лә, һыраны түгел, ә ситтәрәк ултырған араҡыны алып эсеп ебәрҙе. Беҙ аптырап тегегә текәлгәнбеҙ. “Мунсаға саҡырыр алдынан уның тауҙа ултырғанын иҫкәртер кәрәк ине”, – тигәс, беҙ эш нимәлә булғанын аңлап көлә башланыҡ. Ул башҡа беҙҙең менән мунсаға йөрөмәне. Ә йәл – бик ҡыҙыҡ кеше ине.

И. Әбүбәкеров.


Минме, әллә ҡауынмы?


Ҡайһы саҡта Яңы йыл алдынан магазиндарға, баҙарҙарға уйламаған емеш-еләк килеп тула. Мин дә шулай Өфө баҙарында йөрөп ятҡанда, ҡауын һатып торған бер ирҙе күреп ҡалдым. Янына барҙым да, алырғамы-юҡмы тип уйланып торам. Шул саҡ бер ҡатын килде лә, ҡауынды ҡайҙан алып килгәндәрен һораша башланы. Һатыусы: “Үзбәкстандан”, – тине. Ҡатын тегегә ышанмай, һаман ҡуймай: “Алдама, һинең үзбәк түгел икәнлегең күренеп тора”, – тине. Ир бынан ялҡып китте, шикелле. Ҡатынға яҡын уҡ барҙы ла: “Ҡара әле, һиңә мин кәрәкме, әллә ҡауынмы? Мин нығыраҡ ҡыҙыҡһындырһам – хәҙер эшемде ташлайым да...” – тигәйне, һатып алыусы юҡҡа сыҡты. Ҡатындың бәхәсе нимә менән барып бөтәсәген көтөп торған сират та таралып бөттө.

Т. Солтанғолов.


Эткә атланып


Таныштарымда ҡунаҡта булып, иҫ-аҡылым китеп ҡайттым. Уларҙың фатирында ҙур, ҡарт тутыйғош һәм овчарка тоҡомло эт йәшәй. Ҡош ҡарт ҡына түгел, ә ялҡау ҙа. Көнө буйы коридорҙағы мөгөҙ кейем элгестә ултыра. Тутыйғош асыҡһа, ҡанаттарын елпеп ҡысҡыра башлай. Эт шунда уҡ уның янына йүгерә. Теге тутыйғош мөгөҙҙә эленеп торған халат буйлап яйлап ҡына эттең арҡаһына килеп төшә. Эт уны ризыҡ һалынған сеүәтәгә алып бара. Тутыйғош төшә лә, ҡабаланмай ашай башлай. Эт уны көтөп ултыра. Ҡош ашап бөткәс, яңынан эттең арҡаһына һикереп менә һәм улар кире мөгөҙ яғына йүнәлә. Эт ике аяғына баҫып тороп, тутыйғошто кире өҫкә мендереп ебәрә. Тутыйғош көнөнә нисә мәртәбә асыға, шунса мәртәбә кухняға йөрөйҙәр. Иҫ китмәле күренеш!

М. Хәйбуллина.
Читайте нас: