Таулыҡай мәктәбендә уҡыусылар һаны күп булмаһа ла, һәр уҡыусы нимәгәлер һәләтле булыуы менән айырылып тора. Кемдер спорт менән шөғөлләнә, ҡыҙҙар ҡул эштәренә оҫта, һүрәт эшләп, бәйләү серҙәренә өйрәнеүселәр ҙә бихисап булһа, ә башланғыс класс уҡыусылары пластилин менән эшларгә оҫта.
Ә бына 5-се класс уҡыусыһы Юлдашбайҙың ҡыҙыҡһыныуы, шөғөлө айырыусы ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора.
Бәләкәй сағынан Юлдашбай техника менән ҡыҙыҡһына. Һатып алып уйнап та булыр ине, ә ул үҙе эшләп алған машиналар менән уйнауҙы хуп күрә.
Машиналары ла ниндәй бит әле! Үҙе йөрөй, фарҙары ла янып-һүнеп торғанды эшләү өсөн һәләтле булыу менән бер рәттән тырыш, маҡсатлы ла булыр кәрәк бит әле!
Техниканы ул бушаған коробкаларҙан, картондарҙан, боҙолған герляндаларҙы ҡулланып, үҙенсә тоташтырып, батарейкалар ҡуйып, иҫке машиналарҙың тәгәрмәстәрен ҡуйып, етмәгәнен яҙҙырып алып эшләй.
Ауыл ерендә йәшәп, өләсәһе Гөлсирә апай менән үҫкән малайҙың хыялдары яҡты, киләсәккә пландары ҙур.
-Ҙур үҫкәс электрик булаңмы?"-тип һорайым уҡыусымдан.
-Юююҡ , мин инженер булам! -тип яуаплай Юлдашбай.
Бар яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын, тырыш, аҡыллы булып үҫ, Юлдашбай Мөкминов!
Әнүзә Азаматова, Таулыҡай ауылы