Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
10 Ноябрь 2025, 10:47

Күркәм юбилейың менән!

Иҫке Сибай ауылынан ҡәҙерлебеҙ Батталов Марсель Мәхмүт улы 8 ноябрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Биш балалы ғаиләлә иң ҙуры булараҡ, ул беҙгә атай урынына ҡалған кәңәшсе һәм терәктаяныс. Һәр ваҡыт ярҙамға әҙер туған йәнле абзыйыбыҙ ғәҙел, изге күңелле, егәрле булыуы менән барыбыҙға үрнәк.  Айгөл еңгәйебеҙҙе нисек яратыуын, ике яҡ туғандарҙы айырмай, хөрмәт итеүен, балаларына наҙлы, әммә кәрәк булғанда талапсан атай ҙа булыуын яҡшы беләбеҙ. Бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға, яратҡан эшенә арнаны, үҙ эшенең оҫтаһы булһа ла, бер ваҡытта ла дан-шөһрәткәынтылманы.  Марсель абзый! Беҙ һине 60 йәшлек ғүмер байрамың менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һиңә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ. Еңгәй менән  ҡорған донъяғыҙҙың бәрәкәтен, балаларығыҙҙың изгелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын. Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,  Сәләмәт булһын изге йөрәгең.  Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,  Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң.  Иң изге теләктәр менән – Лена, Альмира һылыуҙарың, Илгиз, Илшат мыртыйҙарың һәм уларҙың ғаиләләре.

Күркәм юбилейың менән!
Күркәм юбилейың менән!

Иҫке Сибай ауылынан ҡәҙерлебеҙ Батталов Марсель Мәхмүт улы 8 ноябрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Биш балалы ғаиләлә иң ҙуры булараҡ, ул беҙгә атай урынына ҡалған кәңәшсе һәм терәктаяныс. Һәр ваҡыт ярҙамға әҙер туған йәнле абзыйыбыҙ ғәҙел, изге күңелле, егәрле булыуы менән барыбыҙға үрнәк. 

Айгөл еңгәйебеҙҙе нисек яратыуын, ике яҡ туғандарҙы айырмай, хөрмәт итеүен, балаларына наҙлы, әммә кәрәк булғанда талапсан атай ҙа булыуын яҡшы беләбеҙ. Бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға, яратҡан эшенә арнаны, үҙ эшенең оҫтаһы булһа ла, бер ваҡытта ла дан-шөһрәткәынтылманы. 

Марсель абзый! Беҙ һине 60 йәшлек ғүмер байрамың менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һиңә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ. Еңгәй менән  ҡорған донъяғыҙҙың бәрәкәтен, балаларығыҙҙың изгелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын.

Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын, 

Сәләмәт булһын изге йөрәгең. 

Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын, 

Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң. 

Иң изге теләктәр менән – Лена, Альмира һылыуҙарың, Илгиз, Илшат мыртыйҙарың һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас