-17 °С
Болотло
КИРЕ ҠАЙТМАҪ БЕҘҘЕҢ ҒҮМЕРҘӘР!
Йәй ғүмере бигерәк ҡыҫҡа инде,
Үтеп бара август айы ла.
Туҡтатырға юҡ шул саралары,
Ҡөҙрәт-әмәлдәре,яйы ла.
Үткән йәйҙәр өсөн үкенмәйек,
Йәйҙәр әйләнер ҙә килерҙәр.
Ах нисектәр итеп теләһәк тә,
Кире ҡайтмаҫ беҙҙең ғүмерҙәр.
Тау битендә энәлектәр бешә,
Алмалары бешә баҡсала.
Алма кеүек кенә ғүмерҙәрҙе,
Алмаштырып булмай аҡсаға.
Иртә-кисен һалҡындары төшә,
Август айы көҙгә ауыша.
Беҙ үрләйбеҙ ғүмер үрҙәренә,
Ваҡыт менән уҙыша-ҡыуыша.
Үткән йәйҙәр өсөн үкенмәйек,
Әйләнер ҙә тағы килерҙәр.
Нисек кенә итеп теләһәк тә,
Ах килмәҫтәр үткән ғүмерҙәр.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.