25тән 75 йәшкә тиклемге ир-аттар йыйылғандар ҙа һәр кем ҡатынына ватсап аша "Мин һине яратам
!" тигән хәбәр ебәргән, ти.
25 йәшлек ирҙең ҡатыны: "Мин дә һине яратам, аҡыллым
! " - тип яуап яҙған.
35 йәшлек иргә: "Бөгөн дә һалдырып алдыңмы әллә?!" - тигән яуап килгән.
45 йәшлек ир: "Нимә булды һиңә? Һөйәркәләреңде иҫләп шутлап ултыраңмы?!" - тигән яуап алған.
55 йәшлек иргә ҡатыны: "Һин берәйһенең номеры менән яңылышып ултырмайһыңдыр ул унда!?" - тип яҙып ебәргән.
65 йәшлек бабайға: "Пенсияла ултыраһың, эшләмәйһең, ҡыйығың китеп бара шикелее, ҡартлас!" - булған яуап.
75 йәшлек бабайҙың әбейе хәбәрҙе алғас, борсолоп, янына кесе улын саҡырып алған да:
- Улым, атаң бөтөнләй насарланған, ахырыһы... Тиҙҙән китеп барыуы ихтимал. Бер-ике һарыҡты һимертеүгә ҡуй. Әҙер торайыҡ!.. - тип әйтә ти.
Бер-беребеҙгә "яратам" тип йышыраҡ әйтәйек, дуҫтар!