+19 °С
Болотло
Был мөғжизәле рецепт өсөн 2 аш ҡалағы кипкән ромашка сәскәһе, 1 аш ҡалағы кипкән шалфей үләне, 1 литр һыу, марля йәки таҙа туҡыма киҫәге кәрәк була.
1 литр һыуға ромашка һәм шалфей һалып, ҡайнатығыҙ. Унан йәнә һүрән утта 10-15 минут тоторға кәрәк.
Уттан алып, ҡапҡасын япҡан килеш 30 минут төнәтегеҙ ҙә һөҙөп алығыҙ.
Төнәтмәгә марля киҫәген манып алып, бер аҙ һыуын һуғығыҙ.
Был дымлы марля киҫәген ауыртҡан билешеҙгә һалығыҙ һәм пленка менән уратығыҙ һәм йылы итеп төрөнөгөҙ.
Боҫтаманы 20-30 минуттан сисеп алығыҙ ҙа төрөнөп йоҡларға ятығыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!