Интернет селтәрҙәрендә яҡташым Фәнисә Әхмәтованың диуарына тап булдым һәм уның үҙе эшләгән һүрәттәрен күреп һоҡландым. Миндә шунда уҡ рәссам менән осрашыу, уның картиналарын барып күреү теләге тыуҙы.
Фәнисә Әхмәтова 1976 йылда Сыңғыҙ ауылында тыуа. Урындағы мәктәптә 3 класс белем алғас, уҡыуын Өфө ҡалаһындағы махсус мәктәптә дауам итә. Тырыш ҡыҙ 9-сы кластан һуң «Йылайыр» совхоз техникумына уҡырға инеп, бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
Ҡаты сиргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, ул көслө рухлы, тирә-йүнгә тик һөйөү күҙлеге менән баға. Матурлыҡты күреп, уны башҡалар менән дә бүлешә.
Оҫта ханымдың картиналары күҙҙең яуын алырлыҡ матур! Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ! Һүрәттәрҙә ниндәй генә тема сағылмаған: йылдың һәр миҙгелен һүрәтләгән тәбиғәт күренештәре, сабып барған аттар, ҡоштар... Ә шулай ҙа Фәнисә Азамат ҡыҙының иң яратып төшөргән һүрәттәре - сәскәләр. Матурлыҡ яратҡан гүзәл зат һәр төрлө сәскәгә арнап картина яҙған. «Тәүге һүрәттәремде бынан биш йыл элек тирәһе эшләнем. Кейәүгә сығып, матур, бәхетле, парлы йәшәп ятҡанда тормош иптәшемде сир аяҡтан йыҡты, ул мәрхүм булып ҡалды. Көтөлмәгәнән ҡайғынан баҙап ҡалдым. Оло юғалтыу ҡайғыһын ижад менән баҫтым - һүрәт төшөрә башланым. Был нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Хоҙай, күрәһең, ошо шөғөлөм аша миңә артабан да йәшәргә көс, дәрт бирергә теләгәндер», - тип хәтер йомғаҡтарын һүтте ул. «Көн һайын һүрәттәр эшләйем. Уларҙы журналдарҙан йәки башҡа ерҙән ҡарап күсермәйем, ә күңелем ҡушыуы буйынса эшләйем. Ауылда тәбиғәт күренештәрен - аҡҡан һыуҙарҙы, һәр миҙгелдә төҫтәрен алмаштырған ағастарҙы, тауҙарҙы күҙәтергә яратам. Матур урындарға сәйәхәт ҡылам һәм һуңынан уларҙы аҡ ҡағыҙға төшөрәм»,- ти ул. Әйткәндәй, рәссамдың һүрәт төшөрөү бүлмәһендә яҡшы ижад өсөн барлыҡ кәрәк - яраҡтар урынлаштырылған.
Фәнисә Әхмәтованың картина яҙыу оҫталығын ауылдаштары ғына түгел, районда ла яҡшы беләләр. Оҫта рәссамды райондың «Өмөт бар» мөмкинлектәре сиклеләр клубы етәкселеге бер нисә тапҡыр һүрәттәр күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыра. Ауылдағы мәктәптә, китапханала ла уның картина күргәҙмәһе ойошторола. Мәҡәләм геройынан, картиналарығыҙҙы һатмайһығыҙмы, тип ҡыҙыҡһындым. «Юҡ, һатмайым, һораусылар булһа, бүләк итәм», - тип йылмайҙы ул.
Уңған ханым минут та буш ултырырға яратмай. Картиналар эшләүҙән тыш, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. «Спорт - сәләмәт йәшәү нигеҙе, - тип иҫәпләй ул. - Ике йыл тирәһе мөмкинлектәре сиклеләр өсөн онлайн төркөмдә физик күнегеүҙәр алып барҙым. Унда илдең төрлө төбәктәренән 20 - нән ашыу кеше шөғөлләнә ине. Улар менән төрлө физик күнекмәләр эшләй инек. Хәҙер инде бер туған апайым Миләүшә Юлдашбаеваның йогаһын үҙләштерәм», - тине ул.
Урамға инеү менән шау сәскәгә күмелгән ихата һәм баҡса, өйгә инеү менән төрлө матур-матур гөлдәр ҙә Фәнисә Әхмәтованың матурлыҡ яратыуын, үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырыуын һөйләй. Уңған ҡатын баҡсала георгин, лилиә, бәрхәт, астра сәскәләрен үҫтереүгә өҫтөнлөк бирһә, өйҙә глоксиния, тидея, ахименестар, фуксиялар үҫтерергә ярата. Тағы ла бала саҡтан сигеү, тегеү, бәйләү кеүек ҡул эштәренә лә оҫта ул.
Дәртле, тырыш, маҡсатлы, мөләйем ханым менән аралашыуҙан дәрт , көс алып хушлаштым.
Һәр яҡлап булдыҡлы Фәнисә Азамат ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел! Күңелдәргә йылы бирерҙәй матур картиналарығыҙ менән артабан да беҙҙе ҡыуандырып торорға яҙһын!
Альбина Байегетова.