+1 °С
Болотло
#Төнгө_Һаҡмар
Йоҡлап булмай, әммә көс-хәл дә юҡ. Артыҡ арымаған да кеүек.
Ҡайһы саҡ ныҡ арыһаң, "автопилот" режимында йөрөй башлайың. Үҙеңде контролдә тотор өсөн был тесты үтеп ҡара. Ҡыбырлаймы? Әллә үтә ныҡ ҡыбырлаймы?
Был иллюзияны япон психиатры Акиоши Китаока уйлап тапҡан. Психиатр әйтеүенсә, иллюзия бөтөнләй ҡыбырламаһа, тимәк һин тыныс, етерлек ял иткән кеше.
Әгәр инде һүрәттәге һыҙыҡтар йөрөй башлаһа, тимәк һиң кәм тигәндә 8 сәғәт йоҡлап алыр кәрәк. Бынан һуң барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр.
Әгәр инде был һыҙыҡтар шәп-шәп йөрөй башлаһа, тимәк, һиңә тиҙ арала ял итеү талап ителә. Кәм тигәндә, бер аҙна эш тураһында уйламай, үҙ көйөңә генә ял иткәндә, донъя йәмләнеп китер.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Һәр көндән кинәнес алып йәшәгеҙ!