Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
3 Октябрь , 09:25

Бик тәмле пирог

2 йомортҡа 1 стакан шәкәр ҡомо 400-500 гр. эремсек

2 йомортҡа

1 стакан шәкәр ҡомо

400-500 гр. эремсек

Бөтәһен бергә боғатабыҙ. Шыйыҡ масса килеп сығырға тейеш. Икенсе һауытҡа:

1 пачка маргарин

1 бал ҡалағы сода

1 стакан шәкәр ҡомо. Барыһын бергә боғатып, самалап 3-4 стакан тирәһе он ҡушып, болғайбыҙ. Ыуалып ҡына торған ҡамыр килеп сығырға тейеш. Ошо ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Майлы табаға бер өлөшөн һалып, өҫтөнә эремсек ҡушылмаһын һалабыҙ, унан һуң инде өсөнсө ҡатҡа  ҡамырҙың ҡалған өлөшөн һалабыҙ. 30 минуттан бик тәмле пирог әҙер була.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: