Ҡамыр өсөн:
1 стакан он
1 сәй ҡалағы разрыхлитель
80 гр. маргарин
2 аш ҡалағы шәкәр
1 йомортҡа
Эслек өсөн:
500 гр. творог
0.5 стакан шәкәр
3 йомортҡа һарыһы
1 аш ҡалағы манный ярмаһы
100 гр.ҡаймаҡ
1 ҡап ванилин
Суфле өсөн:
3 йомортҡа ағы
3 аш ҡалағы шәкәр пудраһы
Әҙерләү барышы:
Иң тәүҙә ондо разрыхлитель менән бутап, май һалабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән бергә ҡушып болғап, унан ондо өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ һәм пленкаға төрөп, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ә эслектең барыһын бергә блендер менән болғатабыҙ.
Суфле былай әҙерләнә:
Әҙ- әҙләп шәкәр пудраһы ҡушып, йоморта ағын күпертергә кәрәк.
Әҙер ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, йәйәбеҙ. Шуның өҫтөнә твороглы эслекте һалабыҙ. Духовкала 180 градуста 20-30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Шунан һуң алып,өҫтөнә суфле һылап, кире духовкала 10-15 минут тирәһе матур төҫкә ингәнсе тотор кәрәк (артыҡ оҙаҡ тотмаҫҡа)
Духовканы һүндерәбеҙ, ишеген асып, шунда һыуынырға ҡалдырабыҙ. 40 минуттан һуң торттың өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа килергә тейеш.
Сәйгә тәмле пирог әҙер! Сәйҙәребеҙ тәмле, донъяларыбыҙ йәмле булһын, дуҫтар!