Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
7 Апрель , 20:15

"Дура, не звони сюда!"

йәки Ошолайтып та аҡса эшләп була икән... - Һаумыһығыҙ, беҙ именлек хеҙмәтенән!  - Һаумыһығыҙ, һеҙ минең карточканан аҡса урларға булдығыҙмы? 

"Дура, не звони сюда!"
"Дура, не звони сюда!"

"Дура, не звони сюда!" 

йәки 

Ошолайтып та аҡса эшләп була икән...

- Һаумыһығыҙ, беҙ именлек хеҙмәтенән! 

- Һаумыһығыҙ, һеҙ минең карточканан аҡса урларға булдығыҙмы? 

- Әлбиттә!

- Ә һеҙ унда минең бер тин дә аҡсам юҡ икәнен күрмәйһегеҙме? 

*трубканы ташлайҙар.

 

Мин тәбиғәтем менән тел биҫтәһе. Бының менән генә туҡтап ҡалғым килмәне. Йәнә шылтыратам. 

- Ҡарағыҙ әле, мин һеҙгә телефон бирәм, шунда шылтыратығыҙ. Уның аҡсаһы күп булһа ла миңә эш хаҡымды түләмәне. 

Тағы трубканы ташлайҙар.

йәнә шылтыратам. 

- Әгәр мин һеҙгә шундай аҡсалы ахмаҡтарҙы табышһам, миңә 100 мең һум ташлайһығыҙмы? 

Тағы трубканы ташлайҙар. 

Йәнә шылтыратам. 

Тағы ташлайҙар. 

Тағы шылтыратам. 

Мобиль банктан смс килә: "Вам поступило 10. 000".

Һәм аҫта яҙма тора: "Дура, не звони сюда!".

#башдонья #совет

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: