Йыл һайын 26 мартта Яңғыҙлыҡ көнө билдәләнә.
Был көндөң исеме өшөтһә лә, мәғәнәһе саҡ ҡына икенсе төрлөрәк.
Тап 26 мартта көндәлек мәшәҡәттәрҙе саҡ ҡына булһа ла онотоп торорға, үҙеңә, күңелең түренә ҡолаҡ һалырға, русса әйткәндә, "перезагрузка" эшләргә кәңәш ителә.
Кеше үҙен уратып алған мөхиттән тыш йәшәй алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ул саҡ ҡынаға булһа ла яңғыҙ ҡалыуға мохтаж.
Үҙеңә бикләнгән мәлдә тирә-яҡ мөхит менән аралашыу өсөн бик күп сарыф ителгән энергия запастарын тулыландырыу өсөн мөмкинлек бирелә.