Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мунса көнө менән, дуҫтар!

Мунса көнө менән, дуҫтар! Шәмбе көн күптәрҙә мунса көнө булараҡ үтеп китә.    Әйҙәгеҙ, бөгөн мунсаның ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн шифаһы тураһында һөйләшәйек.    Мунса кеше организмын таҙарта, детоксикациялауға булышлыҡ итә. Юғары температура ҡан әйләнешен тиҙләтә,

Мунса көнө менән, дуҫтар!
Мунса көнө менән, дуҫтар!

Мунса көнө менән, дуҫтар! Шәмбе көн күптәрҙә мунса көнө булараҡ үтеп китә. 

Әйҙәгеҙ, бөгөн мунсаның ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн шифаһы тураһында һөйләшәйек. 

Мунса кеше организмын таҙарта, детоксикациялауға булышлыҡ итә. Юғары температура ҡан әйләнешен тиҙләтә, организмдан токсиндарҙы һәм бысраҡты сығарып торған майлы һәм тирле биҙҙәрҙең эшен көсәйтә. 

Бынан тыш, мунсала ҡулланылған саралар (маскалар, кремдар) тирегә үтеп инә һәм күпкә һиҙелерлек эффект бирә.

Ябығыу өсөн мунсаға ас ҡарынға барыу кәңәш ителә. Әгәр ҙә мунсаға даими йөрөү менән бер рәттән күнекмәләр эшләһәгеҙ, һөҙөмтә тағы ла нығыраҡ күренер. 

Сабыныр алдынан пилинг эшләп, сайынып алвлрға кәңәш ителә. Теләк булһа, сәсегеҙгә маска һөртөргә лә була. 

Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: