Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
21 Май 2023, 16:00

Абау!

Әммә тиҙҙән Мария бесәй балаһының үтә тиҙ үҫеүенә иғтибар бирә. Бер йылдан һуң бесәй бүре ҙурлығына етә. Бер йәшендә ул ун кг булһа, тағы ярты йылдан 15 кг булып китә...

Абау!
Абау!

Абау! Үҙеңде ашап ҡуйһа!

Мария бесәй балаһын йорт хайуандары һатылған баҙарҙан ала. Башта бесәй балаларынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тик хужабикә уның бик оҙаҡ йоҡлауына һәм бик күп ашауына иғтибар бирә. Әммә тиҙҙән Мария бесәй балаһының үтә тиҙ үҫеүенә лә иғтибар бирә. Бер йылдан һуң бесәй бүре ҙурлығына етә. Бер йәшендә ул ун кг булһа, тағы ярты йылдан 15 кг булып китә.

“Уның ҙур булыуы борсомай. Туйҙырырбыҙ әле. Тик бына төнөн Барсик ырылдай башланы. Шуныһын яратып еткермәйем”,-ти Мария.

Барсикты ветеринарҙар ҙа өйрәнгән. Һәм бесәйҙең мей-кун һәм норвеж урман бесәйенең гибриды булғанын билдәләгән. 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: