Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
6 Февраль 2023, 23:30

Ниндәй хайуанды беренсе булып күрҙегеҙ?

#Төнгө_Һаҡмар Ҡәҙерле йоҡлап өлгөрмәгән дуҫтарыбыҙ! Бер аҙ баш ватып алайыҡ.  Һүрәткә күҙ һирпеп кенә алығыҙ. Ниндәй хайуанды беренсе булып күрҙегеҙ?

Ниндәй хайуанды беренсе булып күрҙегеҙ?
Ниндәй хайуанды беренсе булып күрҙегеҙ?

#Төнгө_Һаҡмар

Ҡәҙерле йоҡлап өлгөрмәгән дуҫтарыбыҙ! Бер аҙ баш ватып алайыҡ. 

Һүрәткә күҙ һирпеп кенә алығыҙ. Ниндәй хайуанды беренсе булып күрҙегеҙ?

 

 

Яуап: 

АРЫҪЛАН 

Һеҙ ғәҙел кешеһегеҙ. Һәр саҡ тоғролоҡ яҡлыһығыҙ. Хатта ки кешегә ауыр булһа ла тураһын ярып әйтергә яратаһығыҙ. Башҡаларҙан да шуны талап итәһегеҙ. 

ФИЛ

Һеҙ аҡыллы һәм һиҙгер булыуығыҙ менән айырылып тораһығыҙ. Һеҙҙең күҙҙән бер нәмә лә йәшеренеп ҡала алмаҫ. Һәр саҡ үҙ өҫтөгөҙҙә эшләйһегеҙ. 

БОЛАН

Һеҙ ихтыяр көсөгөҙ булыуы менән башҡаларҙан айырылып тораһығыҙ. Ауырлыҡтар алдында сабырлыҡ күрһәтәгеҙ. Ҡотҡоға бирелмәйһегеҙ, үҙегеҙҙе контролдә тота алаһығыҙ. 

ҠУЯН 

Һеҙ аралашыусан, коммуникабель булыуығыҙ менән айырылып тораһығыҙ. Кешеләр һеҙғә тартыла. Бында аҡыллы һүҙҙәрегеҙ, белемегеҙ ҙә ҙур йоғонто яһай. 

Бына шулай. Һеҙгә яуаптар оҡшанымы?

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: