Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
24 Ғинуар 2023, 11:25

Бөгөн эс ҡатып көлә торған көн!

Һеҙҙең берәй ваҡыт эс ҡатып көлгәнегеҙ булдымы? Бөгөн тап шундай көн икән. Әйҙәгеҙ, көләмәстәр яҙышып алайыҡ. Кемдекенән һен китеп, эс ҡатып көлөрбеҙ икән?!  *** Ике әхирәт осраша, һөйләшеп китәләр.-Әхирәт, анау Сәлимәнең улының исеме кем әле, иҫләмәйем -, ти беренсеһе.-Үрге осмо? Ғилмишәриф-, тей икенсеһе.-Эй, әйтәм бит, исеме вермишелме, лапшамы тип, - ти икән тәүгеһе. ***Яңы йыл, байрам табыны. Өҫтәлдән сәнске төшөп китә. Ул осоп барышлай, инде иҙәнгә төшөп еттем тигән ерҙә ғаилә башлығы тотоп ҡала...– Уффф!.. Аллаға шөкөр, бөгөн...

Бөгөн эс ҡатып көлә торған көн!
Бөгөн эс ҡатып көлә торған көн!

Һеҙҙең берәй ваҡыт эс ҡатып көлгәнегеҙ булдымы? Бөгөн тап шундай көн икән. Әйҙәгеҙ, көләмәстәр яҙышып алайыҡ. Кемдекенән һен китеп, эс ҡатып көлөрбеҙ икән?! 

***

Ике әхирәт осраша, һөйләшеп китәләр.
-Әхирәт, анау Сәлимәнең улының исеме кем әле, иҫләмәйем -, ти беренсеһе.
-Үрге осмо? Ғилмишәриф-, тей икенсеһе.
-Эй, әйтәм бит, исеме вермишелме, лапшамы тип, - ти икән тәүгеһе.

***
Яңы йыл, байрам табыны. Өҫтәлдән сәнске төшөп китә. Ул осоп барышлай, инде иҙәнгә төшөп еттем тигән ерҙә ғаилә башлығы тотоп ҡала...
– Уффф!.. Аллаға шөкөр, бөгөн башҡа бер ниндәй ҡунаҡ килмәй икән!..
Шунда бүлмәгә бәләкәс ҡыҙҙары йүгереп килеп инә лә:
– Атай-атай! Тиҙерәк! Унда Хәлимә инәй лифттың ишегенә ҡыҫылып торҙо. Беҙҙең этажда! 😆

***
Төҙөлөп маташҡан йорт ҡойолоп төшә. Бөтәһе лә бер булып ғәйеплене эҙләй. Кирбестәр янына киләләр.
- Бында һеҙ генә ғәйепле!!!
- Юҡ! Ҡарағыҙ, беҙ ниндәй ныҡ! - тип күкрәктәренә һуға башлайҙар.
Ҡом янына киләләр.
- Йорт һеҙҙең арҡала ғына ҡойолоп төштө, һеҙ генә ғәйепле!!!
- Һис кенә лә! Мә, тотоп ҡарағыҙ, ниндәй сифатлыбыҙ!
Тикшереүселәр цемент янына киләләр.
- Әһһһәәәә! Бына кем арҡаһында йорт ҡойолоп төшкән! Ғәйеп һиндә цемент!
- Ниңә мин булайым, ти. Минең унда бер ниндәй ҡыҫылышым юҡ! Мин унда, ғөмүмән, булманым да ул! 😂

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: